Яҙ килде, ҡыҙыу мәл етте29.03.2013
1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу башлана

Ҡәҙерле дуҫтар!

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһының тағы бер миҙгеле етте — 1 апрелдән 2013 йылдың икенсе яртыһын хәстәрләү башлана. Уҡыусыларыбыҙҙың, дуҫтарыбыҙҙың беҙгә ҡарата тоғролоғон һынар, ихтирамын билдәләр бер мәл дә ул. Ә редакция хеҙмәткәрҙәре өсөн, һәр ваҡыттағыса, көсөргәнешле һәм яуаплы осор.
Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: милләттәштәребеҙҙе туплаған, халыҡтың рухын байытыуҙы төп маҡсаты иткән "Башҡортостан" гәзитен таратыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауырлашҡандан-ауырлаша. Сәбәптәре күп, әлбиттә. Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр баҫманы алдырып уҡымауын ҡиммәтлеге менән аңлата. Гәзиттең һуңлап килтерелеүенә зарланыусылар ҙа байтаҡ. Ниндәй генә сәбәп йәки һылтау тапмайыҡ, һөҙөмтәһе күңелһеҙ — 95 йылдан ашыу халҡыбыҙҙың таянысы, кәңәшсеһе, юлдашы булған "Башҡортостан" күп ғаиләгә барып етмәй. Уйландырырлыҡ һәм борсолорлоҡ хәл был, сөнки туған телдә сыҡҡан гәзит-журналды бары тик киләсәген хәстәрләй белгәндәр, халҡы, теле яҙмышы өсөн үҙен яуаплы тойғандар һәм рухлылар ғына йәшәтә ала.
Иң элек зыялыларыбыҙ өлгө күрһәтергә тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Фән эшмәкәрҙәрен, уҡытыусыларҙы, табиптарҙы, китапханасыларҙы йәки мәҙәниәт өлкәһендә эшләүселәрҙе генә түгел, ә полиция, именлек һаҡлау, һалым органдары, министрлыҡтар, ведомстволар, дәүләт комитеттары һәм башҡа тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен дә күҙ уңында тотабыҙ.
Милли баҫмаларға ҡарашыбыҙҙы ыңғай яҡҡа үҙгәртмәгәндә, уларҙың киләсәге аяныслы булыуы ихтимал. Артистарыбыҙға, яҙыусыларыбыҙға, ҙур аудиторияға сыҡҡан мәҙәниәт эшмәкәрҙәренә, спортсыларға ла үпкә һүҙҙәребеҙ бар, сөнки уларҙың күптәре матбуғатҡа яҙылыуҙан ситтә ҡалыусан. Матди байлыҡ менән рухи байлыҡты бер бизмәнгә һалмай, һыныҡҡа һылтау эҙләмәй, "Башҡортостан"ға яҙылыуҙы мөҡәддәс бурысыбыҙ тип иҫәпләһәк ине, туғандар.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уҡыусыларыбыҙҙы яңы проекттар, уҡымлы мәҡәләләр менән һөйөндөрөүҙе дауам итәсәкбеҙ. Шулай уҡ төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ, редакция "түңәрәк өҫтәл" һәм "тура бәйләнеш"тәр ойошторғанда, әүҙем булыуығыҙҙы үтенәбеҙ. Артабан да баҫма биттәрендә авторҙарыбыҙҙың етди проблемалар күтәрелгән йәки көнүҙәк мәсьәләләргә ҡарата аныҡ фекерҙәр белдерелгән мәҡәләләренә ҙур урын бирәсәкбеҙ.
Ҡыҫҡаһы, икенсе ярты йыллыҡта ла республикабыҙ тарихын бергә яҙайыҡ. Ә бының өсөн һеҙҙең генә түгел, туған-тыумасаларығыҙҙың, күршеләрегеҙҙең һәм дуҫтарығыҙҙың да гәзитте алдырыуы шарт.

Хәҙер дүрт индекс буйынса яҙыла алаһығыҙ

Иғтибарығыҙға шуны еткерәбеҙ: күптәрҙең үтенесе иҫәпкә алынып, баҫмабыҙҙың тағы бер индексы булдырылды. Яңы индекс (99802) буйынса яҙылыусылар гәзитте аҙнаһына өс тапҡыр — шишәмбе, шаршамбы һәм шәмбе көндәрендә — ҡулына аласаҡ.
Әлегә ҡәҙәр биш тапҡыр сығып килгән 50600 индекслыһы икенсе ярты йыллыҡта аҙнаһына дүрт мәртәбә донъя күрәсәк, йәғни шишәмбе, шаршамбы, йома һәм шәмбелә.
"Башҡортостан"-Йома" (индексы 31805) йортоғоҙға элеккесә аҙнаһына бер тапҡыр киләсәк. Әммә хәҙер ул, кесе йома һәм йома һандарының ҡушылмаһы булып, 16 биттән торасаҡ.
Иң мөһиме — "Башҡортостан" аҙнаһына дүрт тапҡыр баҫылһа ла, күләме шул килеш ҡала. Бындай үҙгәреш индереүебеҙ почта хеҙмәткәрҙәренең матбуғат баҫмаларын айырым көндәрҙә генә таратыуына бәйле. Әле беҙгә республикабыҙҙың алыҫ төбәктәренән генә түгел, хатта Өфөнөң үҙенән дә гәзитте ваҡытында уҡый алмауҙары хаҡында йыш ишеттерәләр. Ошо хәлдең сәбәбен асыҡлау республика баҫмаларының район йәки ҡала гәзиттәре сыҡҡан көндәрҙә генә (тимәк, аҙнаһына өс йәки ике тапҡыр) таратылыуын күрһәтте. Ә беҙҙең өсөн баҫманың уҡыусыларыбыҙ ҡулына тиҙерәк барып етеүе мөһим, шуға ла индекстарҙы арттырып, сығыу көндәрен кәметергә ҡарар иттек.
Артабан гәзиткә яҙылғанда иғтибарлы булыуығыҙҙы һорайбыҙ: иң мөһиме — индексты дөрөҫ күрһәтегеҙ. Әлбиттә, аңлашылмаусанлыҡ тыумаһын, гәзитебеҙҙе тулыһынса, йәғни барса һанын, уҡып барыу өсөн төп индекс (50600) буйынса яҙылырға саҡырабыҙ.
Баҫмабыҙҙы уҡып, мәғлүмәтле булырға теләгән дуҫтарыбыҙға ашығырға кәңәш итәбеҙ. "Башҡортостан"ға яҙылыуҙа аңлашылмаусанлыҡ тыуһа йәки баҫма үҙ ваҡытында килмәһә, мәсьәләнең асылын иң элек урындағы почта бүлексәһендә асыҡларға тырышығыҙ. Әгәр ҙә ыңғай яуап ала алмаһағыҙ, редакцияға, йәғни матбуғатты таратыу бүлегенә (тел: 8(347) 272-62-61) мөрәжәғәт итегеҙ.


Вернуться назад