Сит илдәгеләй хис иттем29.03.2013
Баш ҡаланың Ленин урамында йөрөп ятам. Тарихи биналар, уларға эленгән иҫтәлекле таҡтаташтар, Өфөнөң элекке йөҙөн һынландырған фотоһүрәттәр уйҙарҙы уҙған быуаттар төпкөлөнә алып китә...
Әммә күңелде үткәндәрҙең йылыһы сорнап алған мәлем бик тиҙ өҙөлдө. Күҙ алдымдан ҡупшы хәрефтәр менән яҙылған алтаҡталар үтә башланы: "Макдоналдс", "Оstin", "Mango", "Kenvelo", "Savage", "Bella Italia", "Efes grill house", "Musicus bar", "Иль де Ботэ", "Эврен", "Нью-Йорт — стейк хаус", "Л`этуаль"... Уларҙың араһында ябай ғына "Ашхана" тигән һүҙ күҙгә салынып ҡалды.
Үҙәк урамдың түрен биләгән затлы сауҙа, ял, туҡланыу урындарына ҡарап, үҙемде сит илдә йөрөгәндәй хис иттем. Өфөбөҙ тағы ла бер нисә йылдан ниндәй төҫкә инер? "Башҡортостандың баш ҡалаһы" тигән исеме уға бөтөнләй ят булып ҡалмаҫмы?