Һүҙ — Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ғәжәйеп ҡорал29.03.2013
— Бисмилләһир-рахманир-рахим.
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк бер хәҙисендә: “Мосолмандарҙың сифаты шул — һөйләһә, матур итеп һөйләр, әгәр кемдер һөйләй икән, матур итеп тыңлай белер”, — тигән. “Ҡөрьән”дә лә был йәһәттән аяттар бар. Ошоларҙы алып ҡарағанда ла һүҙҙең ниндәй ҙур көскә эйәлегенә инанабыҙ.
Һүҙ — Аллаһ Тәғәләнән бирелгән ғәжәйеп ҡорал. “Телдәрегеҙҙең һәм тәндәрегеҙҙең төҫө төрлө булыуы — Аллаһ Тәғәләнең барлығына бер дәлил”, — тип әйтелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Мосолмандың: “Лә Иләһә Илләһ-лаһ, Мөхәммәт Рәсүл-Аллаһ”, — тип әйтеүе Аллаһ Тәғәләнең донъялыҡты бар иткән зат икәнлегенә күңеле ышанып, “Эй, Раббым, хөкөмөңдө, яратыуыңды ҡабул ҡылам, бойороғоңа буйһонам” тиеүе ул.
Аллаһ Тәғәлә әҙәм балаһының телен төптәрәк яратҡан. Ниндәйҙер һүҙҙе әйтер өсөн ул иң тәүҙә иренен ҡыбырҙатырға, унан тешен асырға тейеш. Ошонан һуң ғына тел хәрәкәткә килеп, һүҙ сыға. Әгәр ҙә был ағзабыҙ тышта торһа, ул, бәлки, уйламаҫтан, кәрәкмәгән һүҙ әйтеп ташлаған булыр ине. Тел ҡыбырлауҙан алда аҡыл әйтелер хәбәрҙең урынлымы, түгелме икәне хаҡында уйларға тейеш.
Бөтөн хикмәт эйәләренең фекерҙәре, әйтемдәр үҙ аша әйтелә. “Яҡшы һүҙ — йән аҙығы”, “Тура әйткән — туғанына ярамаған”, “Йылы һөйләшһәң, йылан өңөнән сығыр, ҡаты һөйләшһәң, ҡатының ҡуйыныңдан сығыр”, “Ағас башын — ел, әҙәм башын һүҙ бора” һәм башҡа мәҡәлдәр ҙә һүҙҙең тормошта ҙур әһәмиәткә эйәлеген күрһәтә.
Пәйғәмбәребеҙ мөбәрәк бер хәҙисендә: “Мосолман икенсе бер мосолманға ҡулы менән дә, теле менән дә зарар итмәй”, — тигән. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙҙе лә төрлө насар, ялған, туғанлыҡтан, дуҫлыҡтан айыра, икенсе бер ҡәрҙәшебеҙҙең абруйын, рухын төшөрә, уны кәмһетә торған һүҙҙәрҙән, уйҙырмаларҙан һаҡларға насип ҡылһын. Күркәм һүҙҙә, мөнәсәбәттә йәшәһәк, иншаллаһ, һүҙебеҙҙең — мәғәнәһе, эшебеҙҙең бәрәкәте булыр. Амин.


Вернуться назад