Ул ваҡыттарҙан етмеш йылға яҡын ғүмер үтте. Бомбалар, снарядтар яуған ерҙәрҙә күптән инде яу эҙе ҡалмаған: тормош гөрләй, парктар шау сәскәгә күмелгән. Әммә ил тыныслығы өсөн башын һалғандар онотолмай, миллионлаған кеше хәбәрһеҙ юғалған туғандарының бына-бына табылырына өмөтләнә.
Илдар Бикбаевтың тырышлығы менән Башҡортостандың төбәк эҙләү отрядтары фонды ойошторолоуына ун йыл тулды. Бөгөн ойошма 20 отрядты берләштерә. Ут эсендә хәбәрһеҙ юғалғандарҙы эҙләү, табылғандарын тыуған яғына ҡайтарып ерләү йәһәтенән эш һөҙөмтәле бара. Илебеҙ архивтарында, һуғыш булған урындарҙа 60-тан ашыу экспедиция ойошторолған, меңләгән һалдат һәм офицерҙың, шул иҫәптән 120 яҡташыбыҙҙың ҡәбере табылған. Бынан тыш, өс самолет экипажы, “Т-34” танкы хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр алынған, хәбәрһеҙ юғалған өс меңдән ашыу яугирҙең яҙмышы асыҡланған.
Фонд ҡатнашлығы менән алты документаль фильм төшөрөлгән. Шуларҙың береһе, “Хәтер таҫмаһы” тип аталғаны, халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә бер нисә тапҡыр призлы урын яуланы.
Бөгөн ойошма республика етәкселеге тарафынан ярҙам тоя, заманса эҙләнеү ҡорамалдарына эйә.
Республиканың Хәрби дан музейында үткән тантаналы сараға уҡыусылар, ветерандар, Ленинград, Вологда өлкәләренән, Татарстандан ҡунаҡтар килгәйне. Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов уларға республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлауын еткерҙе, эҙләү эшендә фиҙакәрлек күрһәткәндәргә бүләктәр тапшырҙы.
– Был фондтың эшмәкәрлеге баһалап бөткөһөҙ ҙур. Шәхсән үҙем Интернеттағы мәғлүмәттәр базаһына инеп, яуҙа һәләк булған олатайым, атайымдың ағаһының яҙмышы хаҡында белдем, – тине ул.
Отряд егеттәре тиҙҙән Украинаның Луганск өлкәһенә алыҫ сәфәргә юлланасаҡ. Әлегә һуғыш бөтмәгән...