Борсолмағыҙ — күнекмә үтә28.03.2013
Бөгөн иртәнге сәғәт 10-дан 11-се яртыға тиклем граждандар оборонаһы буйынса тәү сираттағы сараларҙы тормошҡа ашырыу йәһәтенән Башҡортостан халҡына үҙәкләштерелгән белдереүҙең төбәк системаһын тикшереү үткәрелә.

Электр сиреналары эшләһә, “Иғтибар! Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы һәм ҡунаҡтар! Белдереү системаһын техник тикшереү уҙғарыла! Тәртип һәм тыныслыҡ һаҡлауығыҙҙы һорайбыҙ!” тигән иҫкәртеү сигналы яһалһа, борсолмағыҙ.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы.


Вернуться назад