Кодекс камиллаша28.03.2013
Өфөләге Конгресс-холда “Гражданлыҡ ҡануниәтен яңыртыу һәм уны ҡулланыу практикаһы” тигән ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо.

Сара күңелле генә ваҡиғанан башланды — “Йөрәккә яҡын” социаль фотоһүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостан менән Татарстандан 25 фоторәссам ҡатнашҡан. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Президенты советнигы Андрей Назаров менән Башҡортостанда Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова тәбрикләне.
Конференцияла Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм юристар ҡатнашты.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе Владимир Балабанов Президент Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү хатын уҡып ишеттерҙе һәм конференцияла ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне. Көн дауамында Рәсәй Гражданлыҡ кодексының ҡайһы бер статьяларын ҡулланыу практикаһы, уларҙы судтың тормошҡа ашырыуы, Рәсәй юрисдикцияһы проблемалары, кодексты яңыртыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.
— Әле Рәсәйҙә хоҡуҡ системаһы сәйәсәтен үҙгәртеп ҡороуҙың икенсе этабы бара. Йыйылған практика башҡа хоҡуҡ институттары йөҙөндә тормошҡа ашырыла. Алдынғы урынды Рәсәй Гражданлыҡ кодексы нормалары биләй: тап ул — хужалыҡ, иҡтисади эшмәкәрлек субъекттарын көйләүсе, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев үҙенең сығышында.
Парламент етәксеһенең фекеренсә, гражданлыҡ ҡануниәте өлкәһендә етерлек кимәлдә тәжрибә тупланған, хәҙер уны тәрәндән аңлау, өйрәнеү — төп маҡсат.
— Рәсәйҙең Гражданлыҡ кодексына үҙгәрештәр индерелә. Ысынбарлыҡта ул мәғәнәһе буйынса яңы документ буласаҡ. Шуға күрә ошоноң кеүек фекер алышыуҙар илдең төрлө төбәктәрендә ойошторола, — тине Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин. — Был сара Гражданлыҡ кодексына индереләсәк үҙгәрештәрҙе йәмәғәтселек фекерен дә иҫәпкә алып аҙағынаса эшләп еткереүҙе, шымартыуҙы күҙ уңында тота.


Вернуться назад