Социаль карта алып ҡалығыҙ!28.03.2013
Тиҙҙән баҡса мәшәҡәттәре башлана, тимәк, йәмәғәт транспортында социаль юл йөрөү билеттары әүҙем файҙаланыласаҡ. Шуға күрә Башҡортостандың социаль картаһын алыу зарурлығы хаҡында иҫкәртәбеҙ һәм йәшәгән урынығыҙ буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлексәләренә алдан уҡ ғариза тапшырырға кәңәш итәбеҙ.

Өҫтәмә мәғлүмәтте 8-800-100-81-80 телефоны аша бушлай йәки “Башҡортостандың социаль карталары регистры” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең www.brsc.ru сайтынан алырға мөмкин.
Башҡортостандың социаль карталар регистры.


Вернуться назад