Ауыл мәктәбе йәшәргә тейеш28.03.2013
Аҙ комплектлы ауыл мәктәптәренең ябылыуы, балалар баҡсаларында урын етмәү һәм башҡа ҡырҡыу мәсьәләләр йәмғиәт менән властың уртаҡ проблемаһына әйләнде. Уларҙы яйға һалыу ике яҡтан да тәүәккәллек, әүҙемлек талап итә.
Белеүегеҙсә, халыҡтың бәләкәй ауылдарҙағы белем усаҡтарының ябылыуына ҡарата дәғүәһе власть тарафынан ҡабул ителде — “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законда был йәһәттән ыңғай шарттар тыуҙырылды. Һөҙөмтәлә хәҙер аҙ комплектлы мәктәпкә йоҙаҡ элер алдынан урындағы халыҡтың фекерен тыңлау мотлаҡ. Мәғариф буйынса яңы ҡанунда бындай мөмкинлектең булдырылыуында Башҡортостан етәкселегенең, ижтимағи берекмәләрҙең, педагогик йәмғиәттең өлөшө тос. Закон проекты тикшерелгәндә тап беҙҙең эш төркөмө ошондай тәҡдим индергәйне.
Һаман да ҡатмарлы булып ҡалған был мәсьәләне яйға һалыу юлдарын эҙләү йәһәтенән саралар дауам итә. Яңыраҡ Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец менән осрашыуында ла ошо хаҡта һүҙ ҡуҙғатылды. Төбәк башлығының фекеренсә, ауыл уҡытыусылары һәм уҡыусылары нисбәте нормативын үҙгәртеү мөһим.
Һөйләшеүҙә шулай уҡ мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөү мәсьәләләренә ҙур әһәмиәт бирелде. Социаль өлкә лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Әйтәйек, белем биреүҙәге яңы стандарттарға ярашлы педагогтарға эш хаҡын күтәреү, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған һәм етем балаларға уңайлы йәшәү шарттары булдырыу хаҡында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Зәки улының әйтеүенсә, республикала тәрбиәгә бала алған ғаиләләргә әсәлек капиталы күләмендә (408 мең һум) аҡса түләнә. Әгәр баланың һаулыҡ мөмкинлеге сикле икән, пособие 508 мең һумға ҡәҙәр арттырыла. Төбәктә етемдәрҙең торлаҡ мәсьәләләре лә планға ярашлы хәл ителә. Мәҫәлән, былтыр 600-ҙән ашыу үҫмер фатирлы булған.