Һайлай, киптерә бел28.03.2013
Ағастан ниҙер семәрләп, һырлап яһарға ҡарар итһәгеҙ, уларҙың сифатын белеү мотлаҡ. Һеҙ уйлаған әйберҙең нисек булыры материалға бәйле: төҫө, ҡатылығы, ярылыу-ярылмауы...
Бер нисәһенең төрөнә туҡталып үтәйек.
Ҡарағай еңел, йомшаҡ. Төҙөлөшө буйынса епсәләре эре ҡатлам булып буйға һуҙылған. Эсе ҡыҙғылт-һарғылттарҙы уйнатҡан аҡ төҫлө. Сайыр юлдары киң һәм күп. Тиҙ, еңел эшкәртелә. Матур төҫө, төҙөлөшө өсөн биҙәкләү эшендә киң ҡулланыла.
Шыршы еңел, йомшаҡ, физик-механик үҙенсәлектәре, мөмкинлектәре юғары. Алтынһыуға мансылған аҡ төҫлө. Сайыры ҡарағайға ҡарағанда аҙыраҡ. Бик тиҙ ярылып бармай. Ботаҡтары йыш һәм күп булған өсөн насар эшкәртелә. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, бәләкәйерәк әйберҙәр яһарға ярай.
Ҡарағас ауыр, ҡаты, юғары физик-механик үҙенсәлеккә эйә. Уның тығыҙлығы, ныҡлығы ҡарағайҙыҡынан 30 процентҡа юғарыраҡ. Сайыр юлдары һирәк һәм нәҙек. Йыл күрһәткестәре булған һырҙар асыҡ сағыла. Сайырлы ерҙәрендә алтынһыу-ҡыҙғылт төҫтәр уйната, ҡалған ере һорғолт.
Имән ауыр, ҡаты ағас, сереп бармай. Юғары физик-механик үҙенсәлеккә эйә. Һарғылт-аҡ, һорғолт йәки йәшкелт төҫтәр уйната. Ауыр киҫелә, эшкәртелә. Ярылыусан. Йәш ағас еңел бөгөлә. Һырҙары эре, матур.
Саған ауыр, ҡаты. Эсе һоро төҫтә, һарғылт йәки ҡыҙғылт төҫтәр уйната. Ауыр эшкәртелә. Тиҙ ярылыусан. Ҡулланғанда имәнде алыштыра ала.
Ҡайын ҡаты, төҙөлөшө буйынса бер төрлө. Һарғылт, ҡыҙғылт "ялҡын" уйнатҡан аҡ төҫлө. Эшкәртеүгә еңел бирелә, яҡшы киҫелә. Тиҙ сереүсән. Яҡшы шымартыла. Күләгәлә кипкәне ярылмай. Уның ҡарауы, сәрпәкләнеүсән. Лак менән ҡаплаған саҡта күренер-күренмәҫ епсә эҙҙәре "ҡалҡып" сыға. Төҫөнә ярашлы, биҙәкләү, столяр эштәрендә ҡыҙыл ағасты, сәтләүекте, сағанды алыштыра ала.
Йүкә еңел, йомшаҡ, юғары булмаған физик-механик үҙенсәлеккә эйә. Алһыуланып торған аҡ төҫтә. Арҡырыға ла, буйға ла яҡшы эшкәртелә, киҫелә. Епсәләре күп булғас, киптергән саҡта ярылып бармай. Тиҙ эшкәртелә, буяла. Художестволы әйберҙәр, сувенирҙар яһағанда төп материал булып тора. Бигерәк тә ҙур әйберҙәр эшләгәндә 80–90 йыллыҡ йүкә яҡшы материал һанала.
Уҫаҡ еңел, йомшаҡ. Эсе йәшкелткә мансылған аҡ төҫтә. Яҡшы эшкәртелә, буяла. Кипкән саҡта ярылып бармай. Күп осраҡта биҙәү, сувенирҙар эшләгәндә йүкәне алыштыра.
Тал еңел, йомшаҡ. Эсе аҡ төҫтә. Еңел эшкәртелә. Сереп барыусан. Һәйбәт киҫелә, ләкин тигеҙ ярылмай. 20 йәшлек ағас — биҙәкләү өсөн яҡшы материал. Кәрзин үргәндә 1–5 йәшлек сыбыҡсалары ҡулланыла.
Тирәк аҡ төҫтә, еңел, йомшаҡ. Еңел эшкәртелә, киҫелә. Кипкән саҡта ярылып бармай. Төрлө фигура, сувенирҙар яһағанда файҙаланыла. Бының өсөн 50–60 йәшлектәр яҡшы тип һанала.
Материал ике төрлө юл менән киптерелә: атмосферала (тәбиғи һауа шарттарында) һәм камерала.
Беҙ тәүгеһенә туҡталайыҡ. Асыҡ һауала киптергәндә, ағаста 18–22 процент дымлылыҡ һаҡланып ҡала. Был инде унан төрлө әйбер яһарға мөмкин тигән һүҙ. Тәүҙә штабель итеп, буй-буй материал (таҡта, бурса, бүрәнә...) араһына арҡыры таҡта киҫәктәре һалып өйәләр. Ямғыр, ҡарҙан һаҡлау өсөн ҡыйығы йәки япмаһы булырға тейеш. Баштарын эзбиз, битумлы мастика һәм башҡа һаҡлағыс матдә менән буяйҙар. Киптереү ваҡыты ағасына, тәбиғи шарттарға ҡарап һуҙыла. Әйтәйек, шыршы таҡта һәм бурса ҡарағайҙыҡына ҡарағанда тиҙерәк кибә. 20 мм ҡалынлыҡтағы ылыҫлы ағас таҡталары 20–30 тәүлектә дымының күпселеген юғалта. Яҙын кибеү ваҡыты йәйгә ҡарағанда оҙағыраҡ. Иң тиҙ дым юғалтҡан осор — июнь. Августың уртаһынан был процесс аҡрыная. Материалдарҙы бысҡас та киптереү мөһим. Өйөлмәйенсә ятһа, тейешенсә һалынмаһа, серей, бәшмәкләнә башлауы, ҡалтайыуы, муртайыуы бар. Ағастың эсен, ҡабығын йырыусы ҡорттар ҙа тик ятмай.