Йәнгә тереһыу бөркә28.03.2013
Дүшәмбикә ауылындағы шишмә янын танырлыҡ түгел — әкиәттәге хан һарайы ҡалҡып сыҡҡанмы ни! Сағыу төҫтәргә мансылған ҡоролма йыраҡтан уҡ иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә.
Зауыҡ менән яһалған кәртәне асып, әкрен генә эскә үтәбеҙ. Гүйә, күптән көткән ҡунаҡтарын ихлас ҡаршылаған кеүек, йорт ишектәре асыла ла шишмә беҙҙе тылсымлы һыуын эсергә саҡыра. Тик уны уртлар өсөн йәнә бер һандыҡты асырға кәрәк. Көйәнтәле күнәктәр менән биҙәлгән һандыҡ ябай түгел: бәхетегеҙ ауылға килен булып төшкән ҡыҙҙарҙың тәү башлап алғандағы һыуы һымаҡ тулы булһын, ти ул…
Ошо бөтә матурлыҡты Туҡай ауылында йәшәүсе Жәлил Заһретдинов үҙенең алтын ҡулы менән башҡарған. Талантҡа, ижади фекерләүгә сик юҡ инде — һыңар һул ҡулы менән (!) Жәлил ағай ябай түмәрҙән дә ғәжәп әйбер яһарға һәләтле. Районда шишмәләрҙе тәртипкә килтереү буйынса конкурс иғлан ителгәс, ауылдаштары бер тауыштан ошо бурысты Жәлил ағайға йөкмәтә. Балта оҫтаһы шатланып ризалаша. Шишмәне төҙөкләндереү буйынса әллә күпме эскиз тәҡдим итһәләр ҙә, улар оҫтаның күңеленә ятмай. Ниһайәт, оҙаҡ уйлап йөрөгәндән һуң, ҡыйыҡтың иң осона бер-береһенә һыйынған ике аҡҡошто “йөҙҙөртә”. Улар — мөхәббәт, тоғролоҡ символы.
Әлбиттә, жюри ағзалары Жәлил ағайҙың ҙур тырышлыҡ менән башҡарған эшен лайыҡлы баһалай. Уның ярҙамы менән Дүшәмбикә ауыл Советы район кимәлендәге конкурста гран-приға эйә була.
Жәлил Заһретдиновтың һәләте былар менән генә сикләнмәй. Ул — оҫта рәссам, тегенсе, мейес һалыусы ла. Ғаиләлә өлгөлө атай, ныҡлы терәк. Тормош иптәше Флүрә апай менән Ренара, Рәшит исемле балалар үҫтергәндәр. Әйткәндәй, ҡатыны — Жәлил ағайға тормошонда ныҡлы таяныс. Йәшләй үк ҡот осҡос һәләкәткә тарығас, ғаилә башлығы бер йыл түшәктә ятҡан. Табиптар уның артабан йәшәүенә шикләнгән булған. Әммә Флүрә апайҙың көслө рухы, түҙемлеге тормош иптәшен ҡабаттан аяҡҡа баҫтырырға ярҙам иткән.
Бөгөн Жәлил ағайҙы мөмкинлеге сикләнгән кеше тип атарға тел әйләнмәй. Яңы уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу, ҙур эштәр башҡарыу теләге менән янып йәшәй ул. Йортта бер минут буш тормай, һәр саҡ ни менәндер мәшғүл. Тиҙҙән Үҙәк урамдағы ҡоҙоҡто кәртәләп алып, уға ла йәм һәм йән өрәсәк.