Була бит шундай кешеләр — һис уйламаған-нитмәгән шөғөлгә тотона ла китә. Тора-бара ошо мауығыуы етдиләнә, хатта ғүмерлек һөнәренә әйләнеүе ихтимал.
Фазылға бәләкәйҙән ат ене ҡағыла. Үҙе әйтмешләй, иҫ белгәндән бирле һыбай: күбә тарттырыша, йомош-юлға юрта, урманға юллана... Йылҡы малы — тәбиғәттең әҙәм балаһына биргән иң ҙур бүләгелер. Бөрйәндәргә иһә Аллаһы Тәғәлә бер ни йәлләмәгән: икһеҙ-сикһеҙ урмандарҙы, мәғрур ҡая-тауҙарҙы, саф һыулы инеш-йылғаларҙы, хозур болондарҙы...
— Ошо тиклем матурлыҡты башҡаларға ла күрһәткем килә, — ти Фазыл, хыял серен бер аҙ сисеп. — Шуға ла ат тотоу, арба-сана яһау теләге менән янып йәшәнем...
Бөгөн Кинйәбаевтың аҙбарында өс баш йылҡыһы бар. Бөтәһе лә еккегә өйрәтелгән. Киләсәктә улар артыр тип өмөтләнә хужа. Теләк ҡырына терәк тә кәрәк бит. Әле шәхси һаҡ предприятиеһында эшләп тапҡан аҡса менән генә әллә ҡайҙа китеп булмағанын яҡшы аңлай ул. Кредитҡа ла, бурысҡа ла батҡыһы килмәй. Шуға яйлап яңы шөғөлгә тотонған. Бөгөн оҫта арба-сана эшләү менән мәшғүл. Дөрөҫөрәге, боронғо ҡала арбаһы, йәғни "карета" тип йөрөтөлгәне менән ҡунаҡ саналарын — кашауайҙарҙы — тарихтан тергеҙә.
— Хәҙер белешмә табыуы әллә ни ҡыйын түгел. "Карета"ның һыҙмаларын Интернеттан алдым, үҙемдең фантазияны өҫтәнем. Ә иретеп йәбештереү оҫтаһы Наил Мырҙабаев тимер “һөлдә”һен яһап бирҙе, — ти Фазыл.
Материалдарҙы хужа төрлө ерҙән йыя. Ни генә инеп китмәгән "байҙар арбаһы"на: "Москвич" рессорҙары, фанера, бурсалар, торба, арматура... Тимер эштәренән башҡаһын үҙе эшләй. Шулай уҡ ҡунаҡ санаһын да. Мәҫәлән, тәүҙә ябай утын санаһына яңы "һөлдә" ҡора: ҡунаҡтар өсөн урын, дилбегә тотоп барыусыға ултырғыс... Һуңынан барыһын фанера менән көпләй. Өҫтөнә диван тышлығы тарттыра. Нәҙек таҡталарҙан семәрләп, биҙәктәр йәбештерә.
Фазылдың шөғөлө мауығыу ғына түгел. Кем әйтмешләй, пландар — ай-һай! Бөгөн ул үҙҙәренең Янһары (Яңы Собханғол) ауылы эргәһенән ҡуртымға 1,5 гектар ер алған. Шунда уҡ ике ҡатлы бина һалына башлаған булған икән, уныһын да "эләктергән". Баҙар шарттарында "перспектива" тигән төшөнсә бар. Бөрйәндә был йәһәттән иң тәүгеһе ағас эштәре булһа, икенсеһе — туризм. Хәҙер, техника заманында, кешеләр ял ваҡытында тәбиғәткә, уның айырылғыһыҙ өлөшө булған йылҡыға тартыла бит. Ат туризмы ла аяҡҡа баҫып килә. Тимәк, боронғолоҡто хәтерләткән "карета", ҡунаҡ саналары ла кәрәк тигән һүҙ.
Хыялға бирелеп, сираттағы эшен башларға торған оҫтаға күҙ тейҙермәйек тип, сер итеп кенә шуны әйтәйек: Фазыл, Йылан йылын ҡаршылағанда, кашауайҙарға балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә ултыртып шатландырған. Булмаҫ тимә, уның һымаҡ дәртле ир-егеттәрҙең ҡулынан барыһы ла килә...