Әҙәпле ҡунаҡ17.12.2011
Туғандарға, дуҫ-иштәргә ҡунаҡҡа йөрөү, уларҙың хәл-әхүәлен белешеү — бик күркәм сифат. Әҙәпле, инсафлы кеше шулай итергә тейеш тә. Кем-кем, Благовар егете Марсель Асабиндан да ошо төшөнсәләрҙе яҡшы аңлаған кеше юҡтыр.
Ҡайһы берәүҙәр кеүек тормоштоң ауырлығына, кеҫә һайлығына, ваҡыт юҡлығына илаулап, форсаты сыҡмай тора әле, тип һылтаулап тормай ул. Ике кеҫәһенә ике ҡулын тығып сығып та китә. Аралар алыҫлығы ла уның өсөн бер ни тормай.
Көндәрҙең береһендә Марсель, нисек кенә йәшәп яталар икән, тип Өфөнөң Дим биҫтәһендә донъя күреүсе туғандарына юлланды. Егет килгәс, яҡындарының йөҙө яҡтырҙы.
— Атаҡ, ҡустыбыҙ ҙа баһа, ни хәлдәр? Һөйләп ебәр, ауылдағылар ҡалай?
— Һәйбәт кенә! Һеҙгә күп итеп сәләм әйтеп ҡалдылар. — Тиҙ арала өҫтәл дә әҙер булды. — Юлда ҡорһағың бушап киткәндер, әйҙә, ҡапҡылап алайыҡ.
Өҫтәл янында ла егет тытылдығын сыҡты.
— Үҙегеҙ нимәләр ҡыйратаһығыҙ, ниндәй яңылыҡтар?
Ашап-туйып, әппәр иткәс, ҡустыларының кейенә башлауын күреп, туғандары аптырап китте.
— Бәй, төнгә ҡаршы ҡайҙа бараһың? Ҡуныр инең, — тип өгөтләне улар.
Әммә Марсель:
— Ярай, рәхмәт! Тағы бер урынға бараһым бар, — тине лә йәһәтерәк тайыу яғын ҡараны.
Унан ҡунаҡ туғандарының гаражына ҡарай юл тотто. Уның ишеген ипләп кенә ҡайырып асты ла бер мөйөштә ултырған покрышканы, аккумуляторҙы һөйрәп сығарҙы...
Бер нисә көндән Марсель ошо уҡ биҫтәлә йәшәүсе икенсе туғандарының хәлен белешергә барҙы. Унда ла шул уҡ хәл ҡабатланды. Ҡунаҡ иттеләр, ҡуна ҡал, тип өлтөрәнеләр. Егет йәнә китергә ашыҡты. Хушлашҡанда:
— Ярай, рәхмәт, ҡабаланам, башҡа ваҡытта, — тип мығырҙап ҡына һүҙ әйтергә ваҡыт тапты.
Ҡунаҡ йәнә гаражға ҡарай тәпәйләне. Был юлы төрлө инструменттар күҙенә салынды.
Бынан һуң да Марсель өйрәнгән ғәҙәтен ташламаны. Тағы ла бер нисә туғанының хәлен белеште, тағы ла китергә ҡабаланды. Йәнә бер үк һүҙ яңғыраны:
— Ярай, ҙур рәхмәт, ҡунаҡ иттегеҙ! Башҡа ваҡытта яйлап килермен!
Әммә егеттең һәр туғанын юллап хәл белешеүе, ҡунаҡ булыуы оҙаҡҡараҡ һуҙылып китте, буғай. Ҡайҙа ғәйеп булды икән, тип үҙен тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә эҙләргә сыҡты.
Хәҙер Марсель Асабинды рәшәткәле йорт эсендә “ҡунаҡ” итергә уйлайҙар, ти.
В. ИСХАҠОВ.


Вернуться назад