Илде биҙәй Илгизә28.03.2013
Ләмәҙтамаҡ ауылының мәҙәниәт йортондағы китапханаға 25 йыл инде Илгизә Лоҡманова етәкселек итә. Унан башҡа бер генә сара ла уҙмай тиерлек ауылда. "Һәр яҡлап та оҫта", — тиҙәр Илгизә Риф ҡыҙы хаҡында. Ысынлап та, нимәгә тотонһа ла, матур итеп эшләп ҡуя. Тегә лә ул, бәйләй ҙә, һүрәт тә төшөрә.

Китапханала үҙеңде әкиәт донъяһына килеп ингәндәй хис итәһең. Уны үҙ ҡулы менән биҙәгән. Ысынлап та, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәренән тыш, Илгизә Риф ҡыҙы күңеленә ятҡан ҡул эше менән шөғөлләнә: туҙҙан эшләнгән матур-матур ҡумталар, гөл һауыттары һәм башҡа әйберҙәр биҙәй уның коллекцияһын. Улар араһында самауыр, сәйнүк һәм сынаяҡтар айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә.
Район һабантуйы, ауыл биләмәләре көндәре, ҡумыҙсылар бәйгеһе булһынмы — һәр береһендә ҡатнашып, ҡул эштәренән күргәҙмә яһап, халыҡты ҡыуандыра. Әйберҙәрен һатып та, бүләк итеп тә бирә. Өлгөләрҙе Өфөгә лә, Мәскәүгә лә күргәҙмәгә алып баралар.
Юмор оҫтаһы, йыр-моңға ғашиҡ, нескә күңелле ул беҙҙең Илгизә. Ошондай кешеләр генә эшләй алалыр китапханала. "Башҡортостан" гәзитендә иғлан ителгән "Һөнәрмән" бәйгеһе тураһында уҡығас та, һис икеләнеүһеҙ уның тураһында яҙып ебәрергә булдым.


Вернуться назад