Ҡул оҫталары менән күберәк танышҡан һайын шуға инанаһың: уларҙың бер өлөшө бала саҡтан теге йәки был һөнәрҙе күреп, белеп үҫә, икенселәренең һәләте бөтөнләй көтөлмәгән осорҙа асыла. Һуңғыларын ниндәйҙер шөғөл менән мауығып китергә тормоштарындағы хәл-ваҡиғалар мәжбүр итә йәки былай ғына — ваҡыт үткәреү, күңел йыуанысы табыр өсөн генә — тотона.
— Пугачев исемендәге совхозда 40 йыл буйы быҙау ҡараным, — ти Оло Сытырман ауылында йәшәүсе Роза апай Раҡаева. — Балаҫ һуғыу тураһында ул саҡта уйламаным да...
Ҡатын-ҡыҙҙың йәшен һорамайҙар, тиҙәр. Шулай ҙа Роза апайҙыҡын билдәләмәйенсә булмай, сөнки, белгән кеүек, беҙ барған көндә уға 70 йәш тулғайны. Үҙебеҙсә материал яҙып, бүләгебеҙ ошо булыр, тип ҡотлап ҡайттыҡ. Ошо ғүмерҙең 40 йылын ул малсылыҡҡа арнаған, ә һуңғы ике тиҫтәһендә барлыҡ йорт, дөйөм хужалыҡ, бәйләм бәйләү мәшәҡәттәренә балаҫ һуғыу шөғөлөн дә ҡушҡан. Күңеле тартҡан был эшкә хаҡлы ялда саҡта мауығыуы ниндәйҙер кимәлдә кәсепкә лә әйләнгән.
— Ҡайҙа барһам да минең ҡулда бәйләм булды, — ти Роза апай. — Шәл, ойоҡбаш, бейәләй бәйләү күңелгә тыныслыҡ бирә, ваҡыт та бушҡа үтмәй. Ә бына балаҫ һуғыуға һуңғараҡ тотондом...
Оло Сытырман ауылы борондан ҡул оҫталары төйәге булып һанала. Хәйер, беҙҙең халыҡ ҡайҙа йәшәһә лә, эшкә бөтмөр, һәр нәмәгә ижади ҡараусан. Ләкин бында балаҫ һуғыу һымаҡ шөғөлдө бөгөнгә саҡлы килтереп еткергән, йәш быуынға өлгөләрен күрһәтеп, үҙ һөнәренә өйрәткән инәйҙәр йәшәй. Роза апай ҙа, үҙе әйтмешләй, һуңлап булһа ла, апай-еңгәләренән был һөнәр нескәлектәрен өйрәнгән. Гөлғаҙан Иҫәнғолова, Сәлимә Солтанғолова, Фәрзәнә Раҡаева, Тәнзилә Мауҡаева, Нәсимә Раҡаева, Миңлекамал Иҫәнғолова, Маһикамал Ғөбәйҙуллина — һәр ҡайһыһының исемен атағы килә.
Бөгөн Роза Искәндәр ҡыҙының эштәре төрлө күргәҙмәләргә ҡуйыла, конкурстарҙа ҡатнаша, Ырымбурҙа үткән Башҡортостан көндәренә алып барылған, Салауат көндәрендә — Салауат районына... Ғөмүмән, был йәһәттән уңыштары етерлек.
Әсә өсөн иң ҙур шатлыҡ — балалар. Уларҙы ҡул йылыһын, әсә наҙын һаҡлаған әйберҙәр менән ҡыуандырыу — үҙе бер йыуаныс. Роза апай ҙа ике улының һәм ҡыҙының ғаиләһен шатландырып тора. Үҙенең өй эсе тураһында яҙһаң, күптәр, журналист бигерәк шапырта инде, тип әйтер. Юҡ, һис фәстермәйем. Был йорт — торғаны бер музей. Әйтерһең, боронғолоҡто бөгөнгә килтереп еткергән экспонаттарҙы махсус теҙгәндәр: иҙәндә — балаҫ, диван-креслоларҙа — рауза сәскәләре һүрәте һуғылған юрған, япмалар, сигелгән таҫтамалдар... Балаҫтарға ҡарап күп һоҡланған бар, ләкин 4х6 метр ҙурлыҡта һуғылғанын тәүгә күреүем. Иҫ китмәле!
— Малайҙар Белореттан өйлөк бура алып ҡайтҡайны, хужаһы оҫта булғандыр инде, ике һуғыу станогын да һалып ебәргәндәр. Бына әле шулар менән балаҫ һуғам, — ти Роза апай, ҡоралын көйләп күрһәтеп. — Тәүҙә бер иң (буй) һуғаһың, һуңынан — икенсеһен. Аҙаҡ барыһын бергә йөйө беленмәҫлек итеп ялғайһың. Был балаҫ ошондай алты иңдән тора...
Роза апай станокта нисек итеп балаҫ һуғырға кәрәклеген дә күрһәтте. Ҡулына күҙ эйәрмәй. Һоҡланғыс күренеш. Шул ваҡыт күңелгә башҡа хис-тойғо ла килде: үтә мәшәҡәтле, түҙемлек талап иткән был һөнәрҙе йәштәр үҙләштерерме? Өйрәнер, тине икенсе кисереш — ҡул эше һәр заманда юғары баһаланған бит...
Оҫтабикәнең йөн әҙерләү, буяу хаҡындағы кәңәштәре:— Епте баҙарҙан алабыҙ. Йөндө үҙем иләйем. Тәүҙә иләргә, һуңынан буярға кәрәк. Уныһы — үҙе бер мәшәҡәт. Эркет ҡайнатып, уға тейешле буяуҙар һалаһың ("эркет" тип ҡорот һыуын әйтәләр). Тәүҙә аҡ йөн иләнә. Ҡара еренә ҡара йөн әҙерләнә. Йөн өсөн буяу һатып алаһың, улар һирәк осрай хәҙер. Ҡайнаған эркеткә, мәҫәлән, йәшел буяу һалаһың. Һуңынан аҡ йөндө аяҡлы көйө (уралған, оҙон көйө) ошонда төшөрәһең. Матур итеп аяҡлана инде. Шунан уны алып ташлайһың да, эркете-ние менән йәшел буяуҙы түгеп, яңы эркеткә ҡыҙылын һалаһың. Ҡорот һыуы ҡайнап торорға тейеш. Буяуҙы кәрәк саҡлы һалаһың. Һарыһы кәрәк икән, тағы ҡыҙылын түгәһең. Яңы эркеткә һарыһын һалып, аҡ йөндө төшөрәһең. Шулай итеп, һәр төҫтө айырым, ҡаҙанда ҡайнаған ҡорот һыуына һалаһың. Тегендәй-бындай буяу ярамай, йөн буяуы кәрәк. Ҡара йөн дә бик ҡара булмай, уныһы ла шул ысул менән буяла.
Эше күп инде уның. Шунан еп хәстәрләйһең. "Балаҫ оҙатыу" тип атала ебен әҙерләү: стенаға сөйҙәр ҡағып сығаһың, шуларға епте тарттыраһың. Әйтәйек, йөндө биш еп аша үткәрергә кәрәк икән, биш рәт сөйгә һуҙаһың. Балаҫ оҙатҡандан һуң, ошо епте тараҡтан, көрөҫтән сығараһың. Буласаҡ биҙәк урынын күҙ алдына килтерәһең дә, ептәр аша кәрәк төҫлө йөндәрҙе үткәрәһең. Таныш биҙәктәрҙе — күҙ үлсәме менән, ә яңыларын һүрәтенә ҡарап эшләйһең. Анау диванға йәйелгән рауза сәскәлеһен шулай иттем. Иҙәнгә йәйелгән балаҫ алты иңдән тора, тигәйнем. "Иң" тип станокка һыйышлы эшләнгән бер буйҙы әйтәләр. Шуларҙы бергә ҡушып, әлеге иҙәндәге балаҫҡа алты иң эшләнгән, һәр береһенә туғыҙ биҙәк һалынған. Был балаҫты һуғырға ике ай ваҡыт етте. Һәр нәмәне иҫәпләп барырға, яңылышмаҫҡа кәрәк: йөндөң ҡайһыһын нисек үткәрергә, биҙәген боҙмаҫҡа...
Төп проблема — еп табыуы. Уның 40-лыһы ярай, тиҙәр, ләкин нәҙегерәк була ул. Ҡалынырағы кәрәк. Ул ептәрҙе стенаға һуҙғас, станокка һалаһың. Аҫылыныбыраҡ, һалынып торорға тейеш. Ошолар аша биҙәгенә ҡарап йөн үткәрәһең. Береһе — аҫтан, икенсеһе өҫтән үтә. Тараҡ менән тарап, йөндө ҡыҫып ҡуялар. Артынан килгән еп йөндө ҡаплай.