“Ваҡыт машинаһы”на ултырып... артҡа табан28.03.2013
Тарихты беләбеҙ тиһәк тә, унда әле беҙ ишетмәгән күпме ҡыҙыҡлы ваҡиға, серле, ғәжәйеп хәлдәр, үҙенсәлекле кешеләр бар! “Рәсәй — Башҡортостан” телеканалы халыҡты “Ваҡыт машинаһы”нда үткән йылдарға алып ҡайтып, ошо йәһәттән яңы асыштары менән таныштыра.

Үҙенсәлекле проект “Рәсәй — ваҡыт буйлап сәйәхәт” тип атала. Унда төрлө осорҙа илдең үҫешенә ҙур өлөш индергән яҡташтарыбыҙҙың хеҙмәте, шәхси тормошо, күңел кисерештәре менән танышасаҡбыҙ. Әйтәйек, телекомпанияның “Ваҡыт машинаһы” беҙҙе тәүге совет телесериалы булған “Мәңгелек саҡырыу” төшөрөлгән ергә, Мәскәүҙең метрополитен туннеленә (уны төҙөүҙә Башҡортостандың Ҡалтасы районы кешеләре күпләп ҡатнашҡан тигән мәғлүмәт бар) сәйәхәткә алып барҙы. Тәүге тапшырыу 25 мартта эфирға сыҡты. Илебеҙҙең баш ҡалаһында үткән тәүге Олимпиадаға стадионды кемдәр төҙөгәнен дә беләсәкбеҙ. Телеканал хәбәрселәре шулай уҡ “Ете ҡыҙ” бейеүенең тыуған ерен эҙләргә вәғәҙә итә. Әйтеүҙәренсә, уның моңо элек икенсерәк булған, йылдар дауамында үҙгәреш кисергән һәм әле танылған ҡурайсы Роберт Юлдашевтың тырышлығы менән камил хәленә ҡайтарылған.
Ошондай төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе асыҡлау, эҙләнеү эше менән биш бригада шөғөлләнәсәк. Акция “Рәсәй — Башҡортостан”, “Рәсәй К — Башҡортостан”, “Рәсәй 24 — Башҡортостан” телеканалдарында күрһәтеләсәк.
Өҫтәүенә “Вести — Башкортостан” тапшырыуын ҡалдырмай ҡарап барған һәр кемдең “Лада Гранта” автомобилен отоу мөмкинлеге бар. Бының өсөн ай дауамында (25 марттан 25 апрелгә тиклем) викторина формаһында ойошторолған конкурс һорауҙарына дөрөҫ яуап бирергә кәрәк. Ярышҡа йәмәғәтселек вәкилдәренән төҙөлгән махсус комиссия йомғаҡ яһаясаҡ.


Вернуться назад