Аяҡ аҫтына ла, өҫкә лә ҡара...27.03.2013
Аяҡ аҫтына ла, өҫкә лә ҡара...25 мартта Өфөнөң Комсомол урамында фажиғәле ваҡиға булды: 60 йәш тирәһендәге ир дөйөм мунсаға инеп барған сағында ҡыйыҡтан ишелеп төшкән ҡаты ҡар аҫтында ҡалды. “Тиҙ ярҙам” хеҙмәте уның ғүмерен бер нисек тә һаҡлап ҡала алманы.

Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәләкәттә ғәйепле кешеләргә ҡарата ҡаты сара күреләсәге хаҡында белдерҙе. Улар беренсе сиратта эштән ебәреләсәк. Артабан ғәйеп кимәлен хоҡуҡ һаҡлау органдары билдәләйәсәк. Әйтеүҙәренсә, мунса бинаһына инә торған урынға айырым бәләкәй ҡыйыҡ та ҡуйылмаған булған. Үҙ сиратында был да тикшереләсәк.
“Ҡала халҡының ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янаған хәл тыуҙырған, бурыстарына илке-һалҡы, битараф ҡараған һәр етәксегә ҡарата яза күреләсәк”, — тине ҡала башлығы. Ул мәрхүмде ерләүҙе предприятиеның иҫәбенә ойошторорға, ғаиләһенә кәрәкле ярҙам бүлергә күрһәтмә бирҙе.
Ирек Ишмөхәмәт улы ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу кәрәклеге хаҡында быға тиклемге сығыштарында ла һәр саҡ әйтә килде. Баш ҡаланың яуаплы хеҙмәттәре, коммуналь предприятиелары, ойошма-учреждение етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар менән ошо хаҡта даими һөйләшеүҙәр алып барылды. Әммә, һәр ваҡыттағыса, был турала “ишетмәй ҡалған” кешеләр табылды. Тап шундайҙар дөйөм хеҙмәткә ҡара яғып, кире күренеш тыуҙыра ла инде.
Әле тротуарҙағы боҙҙан атлауы ла ҡурҡыныс. Тайып йығылып, төрлө тән йәрәхәте алыуҙан травпунктҡа мөрәжәғәт итеүселәр көндән-көн арта. Ғөмүмән, кемдеңдер яуапһыҙлығы арҡаһында, урамда аяҡ аҫтына ла, өҫкә лә ҡарап йөрөргә ҡала. Бындай хәлдә балаларға ни эшләргә? Әлеге каникул ваҡытын улар өйҙә генә үткәрһенме?


Вернуться назад