Электрон ҡабул итеү сиктәрен киңәйтә27.03.2013
Марттан башлап республика халҡы “Асыҡ Республика” проекты (www.openrepublic.ru) сайты аша республиканың дәүләт власы органдарына ғына түгел, федераль власть органдары вәкиллектәренә лә мөрәжәғәттәрен ебәрә ала. Күсемһеҙ мөлкәткә бәйле төрлө ғәмәлдәрҙе рәсмиләштереү ошо органдарҙың вәкәләттәренә инә.

“Электрон ҡабул итеү” (www.letters.openrepublic.ru) сайтының уңайлылығын күптәр ыңғай баһаланы. Власть органдарына мөрәжәғәт итеү өсөн сиратта тороуҙың, кабинеттар буйлап йөрөүҙең кәрәге юҡ. Тексты йыйып, мөрәжәғәт ебәрелергә тейешле урынды картанан табаһың, бер нисә көндән мәғлүмәт ведомстволарҙың яуаплы кешеләре тарафынан ҡарала.
Әле был сайтҡа 1713 мөрәжәғәт килгән дә инде. Шуларҙың 1003-ө ҡарала, 124-е ҡарауға ҡабул ителгән, 356-һына яуап теркәлгән. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге торлаҡ-коммуналь өлкәгә, хужалыҡ эшмәкәрлегенә, һаулыҡ һаҡлау, физик культура, спорт һәм туризм мәсьәләләренә ҡағыла.
Башҡортостандың Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары үҙәге директоры Марат Рәхимҡолов әйтеүенсә, был — эштең башы ғына. “Асыҡ Республика”ның бурысы — халыҡ менән власть араһындағы аралашыуға уңайлыҡтар тыуҙырыу.


Вернуться назад