Эшҡыуарҙар дәүләт ярҙамына мохтаж27.03.2013
Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны кәмей. Пенсия фондына страховка түләүҙәре күләме артҡас, күптәр оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән предприятиеһын ябып, баҙарҙағы сауҙа урынын бикләп, документтарын тапшырырға мәжбүр булды. Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, ведомствоға Яңы йылдан һуң 8,3 мең кеше эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ғариза ҡалдырған.
Әммә бөгөн Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтереү йәһәтенән башҡа мөмкинлектәр етерлек. Республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһынан белдереүҙәренсә, төбәк эшҡыуарҙары күмәртәләп һатыу, ағасты тулы эшкәртеү, санатор-курорт хеҙмәте һәм туризм өлкәһендә үҙҙәрен һынап ҡарамаған. Бөгөн федераль һалым хеҙмәтендә теркәү үткән шәхси предприятиеларҙың өстән бер өлөшө сауҙала булһа, фирмаларҙың 17 проценты күсемһеҙ милек менән шөғөлләнһә, 15 проценты иһә ауыл хужалығы өлкәһен һайлаған. Төбәктәге 140 мең предприятиеның, тағы ла шәхси эшҡыуарҙарҙың 14 проценты әле етештереү һәм эшкәртеү сәнәғәтендә шөғөлләнә, 15 проценты төҙөлөштө үҙ иткән.
Социологик тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һорау алыуҙа ҡатнашҡан шәхси эшҡыуарҙың 62 проценты яңы бизнесҡа тотоноуға кире ҡараш белдергән.
– Бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары республика Хөкүмәте ярҙамына, яҡлауына айырыуса мохтаж. Уларҙың ҡайһы бер көнүҙәк проблемаларын ыңғай хәл иткәндә, Башҡортостан иҡтисадына өҫтәмә аҡса йәлеп итеү мөмкинлеге буласаҡ, бынан тыш, 200 мең яңы эш урыны асылыр ине, – ти Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров.