Вуздарҙы үҫеш көтә27.03.2013
Ошо уҡ көндө Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов менән осрашты.

Осрашыуҙа Башҡорт дәүләт университетын, Өфө авиация һәм нефть университеттарын, республикалағы башҡа юғары уҡыу йорттарын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Рөстәм Хәмитов Башҡорт дәүләт университеты нигеҙендә милли тикшеренеү университеты ойошторорға тәҡдим итте. Дмитрий Ливанов әйтеүенсә, министрлыҡ был тәҡдимде бөтә яҡлап тикшерәсәк.


Вернуться назад