Ағиҙел ярын нығытасаҡтар27.03.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 25 мартта Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһының тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Сергей Донской менән Өфөлә Дуҫлыҡ монументынан алып тимер юл күперенә тиклем Ағиҙел йылғаһы ярын нығытыу, “Башҡорт Уралы” биосфера резерватын үҫтереү, шулай уҡ “Росгидромет”тың Башҡортостандағы подразделениеһын яңыртыу мәсьәләләрен тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов Ағиҙел ярын нығытыу проекты эшләнеүе, дәүләт экспертизаһының ыңғай һығымтаһы алыныуы, объект буйынса материалдарҙың “Росводресурсы”ға тәҡдим ителеүе хаҡында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта 2013–2014 йылдарҙа инженерлыҡ ҡоролмалары төҙөлөшөн федераль ҡаҙнанан берлектә финанслау мәсьәләһен хәл итергә кәрәк.
Ағиҙел яры 50 йыл элек нығытылған, шуға күрә бетон ҡоролмаларҙың 50 проценты алмаштырыуҙы талап итә. Яр буйын, юлдарҙы, тротуар һәм майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү ҙә күҙаллана.


Вернуться назад