ЗАГС һүҙен ишетеү менән күҙ алдына шаулап-гөрләп үтеүсе туй тантаналары, аҡ күлдәктәге кәләш менән матур кейемдәге кейәүҙәр, биҙәлгән машиналар, яңы донъяға килгән сабыйҙар күҙ алдына баҫа. Әммә гражданлыҡ хәле акттарын теркәү идаралығы хеҙмәткәрҙәре өсөн тормош туйҙан ғына тормай. Улар башҡарған ҡолас еткеһеҙ эштәр һәр граждандың конституцион хоҡуҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Тыуыу тураһында таныҡлығы булмаған кеше тормошта бер аҙым да яһай алмай, бары теркәлгәндән һуң ғына илдең тулы хоҡуҡлы гражданына әүерелә. 1917 йылда барлыҡҡа килгән ЗАГС органдары үҙ тарихында бик күпте кисерҙе, заман үҙенсәлектәренә яраҡлаша барҙы, иңдәренә алған йөктәре лә һәлмәкләнә, етдиләнә төштө. Ошо йылдың тәүге яртыһында ғына 81 607 гражданлыҡ хәле акты теркәлгән, 17 миллион һумдан ашыу дәүләт пошлинаһы тупланған. Йылдан-йыл документтар әйләнеше арта бара.
ЗАГС хеҙмәткәрҙәре никахтар, яңы тыуған сабыйҙарҙы теркәү, “алтын” һәм “гәүһәр” тормош юбилярҙарын тәбрикләү тантаналарын ҙур ихласлыҡ менән башҡара. Быйыл ғына татыулыҡта оҙайлы ғүмер кисергән 1764 парға иҫтәлекле бүләктәр, яңы ғына өйләнгән йәштәргә Башҡортостан Президентының ҡотлау адресы тапшырылды.
Шулай уҡ республикала тәү тапҡыр Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө ҙур ҡолас менән үткәрелде. ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең маҡсаты ла шул бит: республикабыҙҙа ғаилә-никах мөнәсәбәттәрен һәм демографик хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итеү. Ә бындай мөһим эштең нескәлектәрен яҡшы аңлаған кадрҙарҙы әҙерләү ҙә үҙе үк оло бурыс. Йәмғиәттең бәләкәй генә күҙәнәге — ғаилә именлегенә ҡеүәтле илдең яҙмышы бәйле. Тимәк, ғаилә институтын даими нығытыу, рухи-әхлаҡи традицияларҙы һаҡлау, тарҡалыу сигендә торған ғаиләләргә психологик ярҙам күрһәтеү ҙә ошо күркәм коллектив иңендә.
ЗАГС-тың туй, тантана, байрам ғына түгеллеген, ә илдең демографик сәйәсәтенә лайыҡлы өлөш индереүсе, граждандарҙың хоҡуҡтарын һиҙгер, уяу һаҡлаусы ойошма икәнлеген яҡшы аңлайбыҙ. Барыбыҙҙың да һөйөнөс-көйөнөстәрен ысын күңелдән уртаҡлашыусы уңған хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлап, үҙҙәренә лә ғаилә ныҡлығы, именлек, һаулыҡ теләйбеҙ.
Д. ҒӘБДРӘХИМОВА.