Ҡыҫҡаса27.03.2013
Генераль прокуратура мәрхүм Борис Березовскийҙың мөлкәтен Рәсәйгә ҡайтарыу өсөн ныҡыша. Генпрокурорҙың ярҙамсыһы Александр Звягинцев әйтеүенсә, ҡайһы бер осраҡта Енәйәт кодексы ғәйепләнеүсе үлгәс тә уның милкен конфискациялауҙы талап итә.

***
Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливанов юғары уҡыу йорттары ректорҙарына үҙҙәренең килеме хаҡында мәғлүмәт бирергә ҡушҡан.

***
Яҡут халҡы, илдең башҡа төньяҡ төбәктәре кеүек, болан үрсетеүселәр көнөн билдәләне. Рәсәйҙең иң һыуыҡ һәм эре төбәге өсөн боландар төп тормош сығанағы булып ҡала.

***
Швецияның Уппсала ҡалаһында мотоуҙыш буйынса донъя чемпионаты булды. Ярышта Тольятти егете Даниил Иванов – беренсе, яҡташыбыҙ Дмитрий Колтаков икенсе урынды алды.

***
Волгоградта “Мәңгелек ут”ты мәсхәрәләгән Мысыр кешеһе йыл ярымға иркенән мәхрүм ителде.

***
2014 йылда юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү ҡағиҙәләренә үҙгәреш индерелә. Бынан һуң абитуриенттарҙың БДИ бирмәгән башҡа фәндәрҙән дә уңышы иҫәпкә алынасаҡ.

***
Һуңғы ике айҙа мигранттарҙың, шулай уҡ законһыҙ килеүселәрҙең һаны 14 процентҡа артҡан. Эксперттар мигранттарға эҙәрлекләү браслеты кейҙерергә тәҡдим итә.

***
Дмитрий Медведев 2020 йылға ҡәҙәр Рәсәйҙе туристарҙың күп йәлеп итерлек ун ил иҫәбенә индерергә ниәтләй.

***
Рәсәй армияһына һалдаттар етешмәй. Ошо бушлыҡты тултырыу өсөн Дәүләт Думаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙы бер йылға хеҙмәткә алыу хаҡында закон проекты әҙерләргә хәл ителде.

***
Быйылдан һалым декларацияһын Интернет аша тапшырырға мөмкин.

***
Чебоксарҙан уллыҡҡа алынған Саша Абносов Американан өләсәһенә ҡасып ҡайтҡан.

***
Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла пенсионерҙар һаны даими арта бара. Былтырғы йомғаҡтар буйынса, улар республика халҡының 26,8 процентын тәшкил итә.


Вернуться назад