Старостаның һәр көнө мәшәҡәтле27.03.2013
Әбдрәшит ауылында Асия Рамазанованы белмәгән кеше юҡ. Ул 40 йылдан ашыу мәктәптә эшләгән — урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, директор, ойоштороусы, директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары булған. Күптән түгел уны ауылдаштары староста итеп һайланы.

Ауылда бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, сөнки Асия Мәүлийәр ҡыҙы — биләмә башлығының уң ҡулы, һәр проблеманы улар ауыл халҡы менән бергәләп хәл итә. Тыуған ауылдарын, зыяратты төҙөкләндергәндәр, һыу үткәргесте ремонтлағандар, янғында ҡаза күреүселәргә аҡса йыйғандар. Әммә бер проблема һаман да көнүҙәклеген юғалтмай — ауылда көмөшкә ҡайнатыусылар күп. Бөтә өмөт — яңы законда, ул йәмәғәт тәртибен боҙоусыларға яуаплылыҡты арттырасаҡ.
Пенсионерҙарға, аҙ тәьмин ителгән, имен булмаған ғаиләләргә күп иғтибар бүлә ул. Кемгәлер бесән-һалам килтерергә, кемделер дауаханаға илтергә, өсөнсөләренә иһә аҙыҡ-түлек, кейем менән ярҙам итергә кәрәк. Ҡайһы саҡта үҙ аҡсаһын да тотонорға тура килә. Изге эшендә ул-килендәре лә ярҙам итә.
— Ҡулымдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышам, — ти Асия Рамазанова. — Әммә был изге ғәмәлдәрҙе ауыл биләмәһе башлығы С. Страшко, хужалыҡ етәксеһе Н. Әминевтең ярҙамынан башҡа ойоштороуы ауыр булыр ине.
Ул — тынғыһыҙ кеше, ҡул ҡаушырып ултырырға яратмай. Берәүҙәргә эшкә урынлашырға, икенселәргә уҡыу йортона инергә ярҙам итә. Вазифаһы мәшәҡәтле булһа ла, һис зарланмай, сөнки кәңәшләшеп эшләрлек йәштәр бар. Әле ул ауыл клубында урта йәштәге кешеләр өсөн осрашыу ойоштороу, ансамбль төҙөү тураһында хыяллана.
Асия Мәүлийәр ҡыҙы "Яҡташтар" проектын хуплап ҡаршы алды, сөнки ул өлгө алырлыҡ, абруй ҡаҙанған кешеләрҙе билдәләү мөмкинлеген бирәсәк. Ә әбдрәшиттәр араһында лайыҡлы шәхестәр күп.


Вернуться назад