Республикабыҙҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең тормошон еңеләйтеү, уларға уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында “Асыҡ мөхит” программаһы эшләй. Үкенескә ҡаршы, йәмғиәттә күп осраҡта инвалидтарҙың хоҡуғы яҡланмай, тейешле шарттар тыуҙырылмай. Бигерәк тә инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсә күп ҡаршылыҡҡа юлыға. Ғүмерлек һынауға дусар булып, балаларын кеше итергә тырышҡан ғаиләләр күп осраҡта закондарҙы үтәргә теләмәүсе чиновниктар алдында баҙап ҡала.
Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында йәшәүсе 10 йәшлек Әлиә Атанова – тыумыштан инвалид. Ҡыҙыҡай тормош һынауҙарына бирешмәй, тиңдәштәренән ҡалышмаҫҡа тырыша. Уҡытыусылар аҙнаһына өс тапҡыр өйөнә килеп дәрес бирә. Ағалары Юлдаш менән Байрас та кескәй Әлиәгә бар яҡлап ярҙам итә. Юлиә апаһының эштән ҡайтыуын иһә һеңлеһе айырыуса түҙемһеҙләнеп көтә. Әсәһе Дилә Булат ҡыҙы Әлиәне ҡарау менән мәшғүл, кистәрен бер-ике сәғәткә эшкә барып ҡайтырға ла өлгөрә. Аталары ситтә эшләй. Ғаилә ошоғаса Ивановка ауылында йәшәгән, кескәй ҡыҙҙары Әлиәгә дарыухана яҡыныраҡ, уҡыу шарттары яҡшыраҡ булһын өсөн район үҙәгенә күскәндәр. Барлыҡ йыйған донъялары ауылда тороп ҡалған, үҙҙәре Аҡъярҙа кеше фатирын ялларға мәжбүр.
Тыумыштан инвалид баланы ҡараусыларға фатир бүленергә тейеш булһа ла, Атановтар был категория өсөн төҙөлгән исемлектән алынған. “Ауылда пропискала тораһығыҙ, шунлыҡтан һеҙҙе сираттан алып ташланылар”, – тип яуаплай уларға чиновниктар. Коляскала ултырған ҡыҙын көн һайын баҫҡыс буйлап төшөрөү һәм мендереү еңел түгел. Йәшәгән йорттарында пандус ҡуйылмаған. Әлиәне Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларына йөрөтөү, дарыу һатып алыу, көн дә укол ҡаҙатыу, массаж яһатыу өсөн күпме сығым киткәнен Атановтар үҙҙәре генә белә.
Ҡыҙҙарының киләсәктә аяҡҡа баҫырына ышаныс аҙым һайын осраған ҡаршылыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Ата-әсәһе һәм туғандары Әлиәне бар яҡлап үҫтерергә тырыша, һәр төрлө конкурстарға йәлеп итә. Былтыр ҡыҙыҡай физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр араһында уҙғарылған “Таланттар балҡышы” республика конкурсында йырлап, призлы урын яулаған. Һәр саҡ яңылыҡҡа ынтылған, бар нәмәне һынап ҡарарға яратҡан Әлиә йыр һәм “Оҫта ҡулдар” түңәрәктәрендә лә шөғөлләнә. Дөрөҫөрәге, туғандары һәр саҡ уны теләгән еренә алып йөрөй. Бигерәк тә әсәһенең тырышлығы баһалап бөткөһөҙ. Динә Булат ҡыҙы балаһының күңеле ҡатмаһын, үҙен ситләтелгән итеп тоймаһын өсөн барыһын да эшләргә әҙер. Тик был әсәнең күңелен аңлаусылар ҙа табылһын ине.