“Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! Һеҙгә Хәлил ауылы халҡы ҙур үтенес менән мөрәжәғәт итә. Беҙҙә ике ҡатлы врач-амбулатор пункты файҙаланыуға тапшырылғас, халыҡ ныҡ ҡыуанғайны. Табиптарға күренергә тип күрше ауылдан ғына түгел, хатта Баймаҡ районы халҡы ла килде. Тик ҡыуанысыбыҙ оҙаҡҡа барманы. Илдә үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, “балнис”тың хәле мөшкөлләнде, врачтар ҙа китергә мәжбүр булды. Ә халыҡ тейешле медицина хеҙмәтенән мәхрүм ҡалды.
Бөгөн шәфҡәт туташтары ауыл халҡына ярҙам күрһәтеүен-күрһәтә, әммә тәжрибәле табиптарға мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Ҡаты сирлеләр район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. 40 саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенә ауырыу кешегә йөрөүе үтә ҡыйын, транспорт табырға кәрәк, ҡайһы саҡ барып та врачҡа инергә форсат булмай. Беҙҙе дауахананың киләсәге борсой, ике ҡатлы бина гел шулай буш торормо? Беҙҙең аһ-зарҙы кем ишетер? Әлбиттә, хәлилдәрҙе был ғына мәсьәлә хафаландыра икән тип уйламағыҙ, беҙҙе тотош ауылдың яҙмышы, уның киләсәге, бөгөнгөһө уйландыра. Килегеҙ, күрегеҙ”.
Бына ошондай борсоулы хат килеп төштө беҙгә Әбйәлил тарафтарынан. Ошо ауылда тыуып үҫкәс, ауылдаштарымдың хәлен яҡшы аңлайым, уларҙың борсолоуы юҡҡа ғына түгел. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын ауылымдың ҡото китеүен күреп йәнем әрней. Бөгөн был мәҡәләлә кемделер тәнҡитләргә лә, кемгәлер ауыр һүҙ әйтергә лә теләмәйем, бары тик уйланыуҙарым менән генә уртаҡлашҡым килә.
Ҡайтҡан саҡта оло ағай-инәйҙәр мине күргән һайын: “Улым, ауылыңдың аяныслы хәле тураһында үҙең эшләгән гәзит битендә яҙып сыҡһаңсы? Бәлки, ярҙамы тейер ине”, – тип йыш мөрәжәғәт итә. Ысынлап та, Хәлилем, ғәмһеҙ бала сағым үткән ауылым, бөгөн мөшкөл хәлдә.
Ғүмер буйы асфальт күрмәгән урамдан йәй машина үтһә, саң болоттары күтәрелеп ҡала. Колонкалар ҙа йүнләп эшләмәй, улары күптән инде ремонт талап итә, айырыуса ҡыш ауыл халҡына һыу ҙур проблемаға әүерелә. Ҡараңғы урамдарҙа бөгөн төнөн йөрөүе үтә ҡурҡыныс, бөтә ауылға ике-өс бағанала ғына ут
яна.
Әбделмәмбәт, Мәхмүт һәм Ишбулды ауылдарының үҙәге булған Хәлил районда ҙур ауылдарҙан һанала. Өс ауыл биләмәһендә бөтәһе 3 мең 129 кеше йәшәй. Хәлилдә 369 хужалыҡта 1122 кеше ғүмер кисерә. Урта мәктәптә 200-ҙән ашыу уҡыусы белем ала, быйыл 20-гә яҡын бала I класҡа төшкән.
Ауыл халҡы нигеҙҙә шәхси хужалығында күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, үҙенән артҡанын баҙарға сығарып һата. Умарта тотҡандар ҙа етерлек, баҡса үҫтереп табыш алыусылар ҙа юҡ түгел. Әкренләп шәхси эшҡыуарлыҡ үҫешә. Ауылда үҙ магазинын асыусылар бар, хатта тотош ғаиләләр ошо кәсеп менән шөғөлләнә. Әммә бөтәһе лә сауҙагәр булып китә алмай шул. Хәлилдә бөгөн эш мәсьәләһе үтә киҫкен тора, хатта бөтөнләй юҡ дәрәжәһендә.
Һуңғы йылдарҙа мәктәпте тамамлаған егеттәр-ҡыҙҙар ғына түгел, ғаиләле ир-егеттәр ҙә, эшһеҙлектән ауылды ташлап, Себер тарафтарына юллана, күрше ҡалаларға китә. Бөгөн әзмәүерҙәй 400-ҙән ашыу ир-егет ситтә көн күрә. Ҡасандыр ҡошсолоҡ фабрикаһында, май һәм цемент заводтарында, колхозда, машина-трактор оҫтаханаһында, тирмәндә, ырҙын табағында эш ҡайнаһа, бөгөн уларҙың береһе лә имен-аман түгел. Хужаһыҙлыҡтан файҙаланып, халыҡ тимер-томорҙо металға тапшырып, төҙөлөш материалдарын ташып алып бөткән. Аҡһаҡалдар фекеренсә, тормош артабан да ошолай дауам итһә, ауылдың киләсәге юҡҡа сығасаҡ, йәштәр ҡайтып, ғаилә ҡормаһа, демографик хәл яҡшырмаясаҡ, бары ҡарт-ҡоро тороп ҡаласаҡ. Улар, мөмкин булһа, хужалыҡты ҡабаттан тергеҙеү һәм әлегә имен-аман ҡалған эш урындарын һаҡлап ҡалыу өсөн көслө етәксе кәрәклеген билдәләй.
Элек-электән урта мәктәп, мәҙәниәт йорто, фельдшер-акушерлыҡ пункты, магазин, почта бүлексәһе кеүек социаль әһәмиәтле объекттар ауылдың яҙмышын хәл иткән. Хәлилдә 1993 йылда төҙөлгән медпункт көнөнә 140 кешене ҡабул итһә, әле тулы ҡеүәтендә халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтә алмай. Ҡасандыр ауылды йәмләгән бина әле етемһерәп ҡалған. Ваҡытында канализацияһы, һыу үткәргесе, скважинаһы, үҙ ҡаҙанлығы булған ике ҡатлы медпункт ошонда йәшәүселәрҙе бик ҡыуандырһа, бөгөн файҙаһыҙға йылытылған артыҡ бүлмәләре көйөнөс кенә тыуҙыра. 90-сы йылдарҙа “Ашығыс ярҙам” машинаһы булған врач-амбулатор пункты хәҙер үҙ хеҙмәтен бөтөнләй үтәмәй, ҡаты сирлеләрҙе район үҙәге дауаханаһынан килеп алалар. Биш бүлмәлә ике шәфҡәт туташы,
фельдшер, ике теш табибы эшләй, биш техник хеҙмәткәр бар.
– Беҙ, ололар, ауырып та китәбеҙ, тик матур донъяға ҡыуанып йәшәге лә килә бит. Сирләп, район дауаханаһына шылтыратһаң, һаулығыңды һорашыр урынға тәүҙә йәшеңде һорайҙар. Ҡарт икәнлегеңде белһәләр, килеп тә урамайҙар, – ти ауыл муллаһы Закир Ниғмәтуллин. – Бына ошондай ҡараш булғанлыҡтан, күп кенә оло йәштәгеләр, хатта урта йәштәгеләр ҙә, тейешле медицина ярҙамын ваҡытында алмағанлыҡтан, иртә вафат була.
Йәшерен-батырыны юҡ, минең еңгәм дә эш урынында ауырып китеп вафат булды, сөнки мәлендә уға медицина ярҙамы күрһәтелмәне. Бындай аяныслы хәлдәр һуңғы йылдарҙа Хәлилдә айырыуса күбәйҙе, иң үкенеслеһе шунда: 30–45 йәштәге эшкә һәләтле ирҙәр, ҡатындар ҙа яҡты донъянан китә.
Техник үҫеш һәм юғары технологиялар осоронда йәшәһәк тә, ауыл кешеһе бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тейешле кимәлдә медицина ярҙамын ала алмай. Хәлил ауылында бына тигән врач-амбулатор пункты булһа ла, ауыл кешеһенә тейешле медицина ярҙамы күрһәтә тип ауыҙ тултырып әйтеп булмай. Бында урта махсус белемле шәфҡәт туташтарынан тыш, юғары белемле врачтар ҙа кәрәк. Һәр кем район үҙәгенә йә булмаһа күрше Магнитогорск, Өфө, Сибай ҡалаларына бара алмай бит. Медпунктҡа ремонт яһап, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырһаң, ҡала йәки район дауаханаларынан һис тә ҡалышмаҫ ине. Ауылда йәшәп эшләргә теләгән врачтарға көнкүреш һәм эш шарттары булдырырға ла кәрәк, шул саҡта ғына белгестәр ауыл мөхитен үҙ итәсәк.
Хәлилдә тыуып, әле сит өлкәләрҙә, ҡала-райондарҙа эшләгән ауылдаш врачтар, медицина хеҙмәткәрҙәре байтаҡ ҡына бит. Уларға уңайлы шарттар булдырылһа, күптәре ҡайтырға ризалашыр ине, минеңсә. Ә күпме йәш белгес, шарттар булмағанлыҡтан, ауылға эшкә барыуҙан баш тарта! Ауыл хакимиәте район хакимиәте менән берлектә халыҡты күп йылдар борсоған медицина ярҙамы күрһәтеүгә ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала-һалыуын, әммә республика етәкселегенең дә ярҙамы булһа, проблема күпкә тиҙерәк хәл ителер ине.
Хәлил ауыл Советы биләмәһенә ҡараған халыҡ элек-электән, Асҡарҙан тыш, күрше Сиҙәм ҡасабаһындағы дауаханаға ла йөрөнө. Әммә бөгөн Урал участка дауаханаһы бинаһы үҙе яңыртыуҙы көтә, заманса медицина ҡорамалдары юҡ, булғаны ла бөгөнгө талаптарға яуап бирмәй тиерлек. Шуға ла ауыл халҡы, Хәлилдә маҡсатҡа ярашлы файҙаланылмаған врач-амбулатор пункты бинаһында 4-5 койкаға иҫәпләнгән көндөҙгө стационар асылһа ине, тигән теләк белдерә. Бәлки, хәлилдәрҙең был хыялын иҫәпкә алырҙар?
Бөгөн ауылда йүнләп эшләгән бер генә предприятие, ойошма ла юҡ. Өҫтә яҙып үткәнемсә, барлыҡ биналар ташландыҡ хәлдә. Ҡасандыр тирә-йүнде йәмләп ултырған “Универмаг” та бер кемгә лә кәрәкмәй: тәҙрәләре ватыҡ, түбәһе ишелгән, стеналары емерелгән. Бәлки, район ҡулланыусылар йәмғиәте ошо һорауға яуап бирер? Элекке колхоздың ашханаһы ла, оҙаҡ йылдар ремонт күрмәгәнлектән, яйлап емерелә. Хужаһыҙлыҡ һәр урында күҙгә ташлана.
Тағы ла бер йәнгә тейгәне – район үҙәге Асҡарҙан Хәлилгә асфальт юлдың һалынып бөтмәүе. Әбделмәмбәттән һуң ҡырсынлы юл башлана. Күршеләге Сибайға ла асфальт юл юҡ, ә күпме Әбйәлил егет һәм ҡыҙҙары ошо ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында белем ала.
Шуныһы ҡыуаныслы: бөгөн ауылдаштарым еңел машинала елдерә, бының өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерәм. Әммә бензин табыу мәсьәләһе бик киҫкен, сөнки яҡын-тирәлә бер генә заправка ла юҡ. Февралдә Хәлил ауылында үткән осрашыуҙа район етәкселеге заправкаға ҡағылышлы мәсьәләнең оҙаҡламай хәл ителәсәген дә белдергәйне. Был мәсьәлә хәл ителһә, исмаһам, ауылдаштар бер проблеманан ҡотолор ине. АЗС Әбделмәмбәт ауылы янында буласаҡ, әле төҙөлөш эштәре башланырға торған һымаҡ. Боҙ ҡуҙғалды, минеңсә.
Ауылдың аҡһаҡалы, элекке алдынғы комбайнсы, Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, 80-се йылдарҙа БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ағзаһы булған Зәйнулла Мырҙабаев та тыуған еренең яҙмышы өсөн борсола, айырыуса пыран-заран килтерелгән колхоз өсөн әсенә. Ни тиһәң дә, бөтә ғүмере шунда үткән бит. “Мөлкәтен таратып алып бөткәндән һуң тороп ҡалған йөрәк әрнеткес сүп-сар тауҙарын ҡыйлыҡҡа түгеүҙе ойошторорға кәрәк”, – ти ул.
Абруйлы, ихтирамлы аҡһаҡалдар Нуретдин Ғәлин, Зәйнулла менән Ғәйфулла Мырҙабаевтар, Закир Ниғмәтуллин ауылды ҡап уртаға бүлеп аҡҡан Дарыулы йылғаһының яҙмышына ла битараф түгел. “Беҙ инде йәшәрен йәшәгәнбеҙ, балаларҙы, килер быуынды ҡайғыртыуыбыҙ, – ти улар. – Уҙған быуатта колхоз баҫыуҙарын һуғарыу өсөн төҙөлгән һыу һаҡлағыстың әле килеп балыҡ үрсетеүсе “Нөгөш” совхозына ун йылға ҡуртымға бирелеүенә бер ҙә риза түгелбеҙ”. Аҡһаҡалдарҙың борсолоуы ла урынлы шул. Ҡуртымсыларҙың халыҡты, мал-тыуарҙы, ҡош-ҡортто һыуға сарсатып зар-интизар итеүе, Дарыулы йылғаһының шишмә хәтлем дә ҡалмауы, ысынлап та, урындағыларҙың асыуын ҡабартмай ҡалмай. Элек яуын мәлдәрендә, ә ҡышҡы осорҙа быуаны асып, һыуын ебәреп тороу арҡаһында йылға халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндерһә, былтырғы ҡоролоҡта йылғаны һыуһыҙ ҡалдырыу ғына түгел, һаҡсыларының көтөүҙе быуаға төшөртмәүе, хатта һыу инергә теләүселәрҙе яҡын юлатмауы, яр буйында төҙөлөш башлауҙары башҡа һыймай. Ололар фекеренсә, ҡуртымсылар эште, быуаға балыҡ ебәреүҙән алда, иң тәүҙә ауыл халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеүҙән башларға тейеш ине.
Эйе, бөгөн Хәлил ауылының яҙмышы күптәрҙең йөрәген әрнетә, аҡһаҡалдарҙы уйландырырға мәжбүр итә. Эй, ауылым, ауылым, нисек кенә һиңә ярҙам ҡулы һуҙырға һуң? Аҡһаҡалдарҙың да, минең дә ҡулдан килмәй шул, йәмәғәт. Тормош ауыр, эш юҡ, тип зарланһа ла, ауылдаштарымдың нисек тә йүнен табып йәшәргә тырышыуына һоҡланам, уларҙың уңғанлыҡтарына ҡыуанам. Эйе, хәл итәһе көнүҙәк проблемалар етерлек. Социаль мәсьәләләр менән бер рәттән халыҡтың буш ваҡытын файҙалы үткәреүен дә ҡайғыртырға кәрәк. Юғиһә йыш ҡына ауыл урамында (айырыуса кис) ҡайҙа һуғылырға белмәй йөрөгән ир-егетте күп осратырға була, ә был, үҙ сиратында, эскелеккә, төрлө енәйәткә килтерә.
Мин ауыл малайы. Бала сағым, үҫмер йылдарым шул мөхиттә үткәнгә күрә, ауыл тормошо айырыуса яҡын һәм ҡәҙерле. Шуға уның яҙмышы өсөн борсолмайынса сара юҡ.
Самат ҒӘЛИН
Әбйәлил районы.