Донъя малы гонаһтарҙан ҡотҡарһа икән…26.03.2013
Рәсәй тарихында үҙенә ҡарата төрлө фекер тыуҙырған, ҙур бейеклектәргә үрләгәндән һуң “тәгәрәп төшкән” олигарх Борис Березовский Лондондағы Беркшир графлығында үҙ йортонда вафат булды. Был хәбәр йәшен тиҙлегендә донъя буйлап таралды, билдәле матбуғат сараларының тәүге биттәрендә нәшер ителде. Фараздарға ҡарағанда, һуңғы осорҙа финанс хәле үтә ҡаҡшаған олигархтың йөрәге туҡтауы ла ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр ул үҙ-үҙенә ҡул һалғандыр тип тә уйлай. Тик, тикшереү тамамланмайынса, аныҡ ҡына бер нисек тә әйтеп булмай. Беҙ иһә гәзит уҡыусыларға “Березовскийҙың шәхесен нисек баһалайһығыҙ?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Зәбир РӘХИМЙӘНОВ, Дыуан районы:
— Ҡасандыр сәйәси майҙанда Владимир Путинға ҡаршы сыҡҡан Березовскийҙың яҙмышы миңә гел ҡыҙыҡ булды. Әгәр ул дәүләт эштәренә ҡыҫылмай, математика менән шөғөлләнһә, фәнгә, бәлки, ниндәйҙер яңылыҡ алып килер ине. Тик ул ошо һәләтен икенсе юҫыҡта — аҡса эшләүҙә — уңышлы файҙаланған. Иң бай кешеләрҙең береһе булып йөрөп, көтмәгәндә иҡтисади көрсөккә терәлеүе еңелдән түгелдер.
Айрат МОНАСОВ, Өфө ҡалаһы:
— Миңә Березовскийҙың бер зыяны ла, файҙаһы ла теймәне. Әлбиттә, сит илдә йәшеренеп, Рәсәй етәкселегенә ҡаршы эш алып барыуы тураһында йыш яҙҙылар. Был уның хатаһымы, әллә үҙенә күрә мәғлүмәт һуғышының бер сағылышымы — әйтеүе ҡыйын. Березовскийҙың үлеме тураһындағы хәбәр илебеҙ өсөн ваҡиға түгел һәм уның тирәләй артыҡ һүҙ ҡуйыртыу кәрәкмәй.
Ләйсән АХУНОВА, Өфө районы:
— Аллаһы Тәғәлә алдында барыбыҙ ҙа бер: ябай эшсе ни ҙә, олигарх ни. Барыбер үҙ гонаһтарың өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Аҡса ла, власть та, билдәлелек тә, аҡыл да, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ та теге донъялағы хөкөмгә бер нисек тә йоғонто яһай алмаясаҡ. Һәр кем ошо хаҡта уйланырға тейештер.
Рәфил ҒӘЙНУЛЛИН, Белорет ҡалаһы:
— 90-сы йылдарҙа ҡалҡып сыҡҡан шәхестәрҙең береһе ул. Моғайын, Березовскийға аҡса һуғыусы булыу ғына етмәгәндер. Ниндәйҙер кимәлдә сәйәси хәлгә йоғонто яһарға, министрҙарҙы тәғәйенләүгә, йә, киреһенсә, эштән ситләтеүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгәндер. Ошо амбициялары арҡаһында үҙ-үҙен бөтөргәндер ҙә. Ул власть вәкилдәре генә түгел, хатта оппозиция менән дә уртаҡ тел таба алманы. Бөтәһе лә унан ситләшергә тырышты. 2000 йылдарҙа Березовский, сәйәсәттәге урынын юғалтып, Бөйөк Британияға ҡасты. Ошонан башланғандыр ҙа инде уның юғалтыуҙары.
Азат ИҪӘНОВ, Дүртөйлө ҡалаһы:
— Бер олигархтың үлеменә бәйле тыуған шау-шыуҙы аңламайым. Ҙур сәйәси шәхес түгел, ә халыҡты алдап, талап байыҡҡан олигарх. Рәсәйҙә ундайҙар быуа быуырлыҡ. Әле Березовскийҙың Владимир Путинға хат яҙыуы тураһында мәғлүм булды. “Әгәр уның яҙмышы ошолай кинәт тамамланмаһа, хәл-ваҡиғалар ниндәй йүнәлеш алыр ине икән?” тигән һорау тынғы бирмәй. Туҡмалған эт һымаҡ ҡойроғон ҡыҫтырып, Рәсәйгә кире ҡайтыр инеме? Хөкөмгә тарттырылыу янанымы? Уның исеме Рәсәйҙең елеген һурыусыларҙың береһе булараҡ тарихҡа инеп ҡалыр, моғайын.