Изгелеген онотмаясаҡтар26.03.2013
Башҡортостан Президенты Республика балалар клиник дауаханаһында ятҡан 7 йәшлек Рауил Ҡотләхмәтов менән осрашып, уның хәле менән ҡыҙыҡһынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 18 мартта Өфө районының Булгаков ҡасабаһында юғалған малайҙы полицейскийҙар, ҡотҡарыусылар, ирекмәндәр, урындағы халыҡ көнө-төнө эҙләне. Рауилды юл хеҙмәткәрҙәре 3 метр тәрәнлектәге коммуникация ҡоҙоғонан табып алған. Малай өс тәүлек ашамаған, эсмәгән. Уны шунда уҡ дауаханаға оҙатҡандар. Әле ул реанимацияла. Аяҡ-ҡулы туңған, мейеһе һелкенгән. Табиптар Рауилдың хәлен тотороҡло тип билдәләй.
Асыҡланыуынса, малай ҡоҙоҡҡа этен ҡотҡарырға төшкән, әммә кире сыға алмаған.
— Этте ҡотҡарам тип, изге ғәмәл ҡылғанһың. Хәҙер һине барыһы ла белә, һин — герой. Үҫкәс, ҡотҡарыусы булырһың, — тине малайға республика етәксеһе.
Президент табиптарҙан баланың хәлен һорашты. Улар билдәләүенсә, әле мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә, Рауилдың һауығып, аяҡҡа баҫыуына өмөт ҙур.
Осрашыу хаҡында иҫтәлеккә Рөстәм Хәмитов малайға бәләкәй компьютер бүләк итте. Дауаханала республика башлығы уның әсәһе менән дә аралашты. Президент әйтеүенсә, ҡоҙоҡтоң асыҡ ҡалыуы мәсьәләһе буйынса тикшереү үткәреләсәк.