Беҙгә — арзан, ә дәүләткә ҡиммәт26.03.2013
Әле тармаҡта меңдәрсә кеше мәшғүл, улар ауыр шарттарға түҙергә, күп һанлы проблемаларҙы аҡсаһыҙ, ҡайһы саҡта дәүләт тарафынан да яҡлау тоймай хәл итергә мәжбүр. Ә беҙ күп осраҡта коммуналь хеҙмәткәрҙәрҙе тиргәргә, уларҙың эшенән етешһеҙлек эҙләргә күнеккәнбеҙ.
Бөгөн республика буйынса дөйөм торлаҡ майҙаны 90 миллион квадрат метр тәшкил итә, был – Волга буйы федераль округында иң юғары күрһәткес. Шул уҡ ваҡытта авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ бер миллион квадрат метрҙы үтеп киткән.
– Тармаҡтың төп бурысы – күп ҡатлы йорттарға һөҙөмтәле идара итеүҙе ойоштороу. Был йүнәлештә күптән түгел генә эшләй башланыҡ, әммә ыңғай һөҙөмтәләр бар. 12 мең йортта, мәҫәлән, йорт комитеты советы һайланған. Бындай советтар тағы ла артырға тейеш, – тине Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең республика активы үткәргән сираттағы ултырышта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге яңы үҙгәрештәр тураһында һөйләне, атап әйткәндә, "БашДомКом" төбәк йәмәғәт хәрәкәтенең ойошторолоуын билдәләп үтте.
Бөгөн, Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн түләүҙәр республикала иң осһоҙо. Өфөлә, мәҫәлән, Ҡазан менән сағыштырғанда, йылы һыу, һалҡын һыу, йылылыҡ өсөн хаҡ ике тапҡырға осһоҙ.
– Торлаҡ-коммуналь тармаҡтағы компаниялар уңышлы үҫешһен өсөн республика бюджетынан яҡынса биш миллиард һум бүленә, был аҙ сумма түгел. Уның урынына балалар баҡсалары, мәктәптәр, юлдар, дауаханалар төҙөргә булыр ине бит, – тип билдәләне Рөстәм Зәки улы.