Ғаиләнең абруйы булмаһа…26.03.2013
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса Рәсәй Дәүләт Думаһы эҙмә-эҙлекле эш алып бара. Мәғлүм булыуынса, парламент спикеры Сергей Нарышкиндың башланғысы менән Рәсәй Президентының “Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы яҡлау өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың ҡайһы бер саралары тураһында”ғы Указына ҡарата ҡануни нигеҙ булдырыу мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм ойошторолғайны.

Ошо төркөм ағзаһы, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева:
– Законды үҙгәрткән һәр осраҡ төплө тикшереү талап итә. Шуға күрә маҡсатыбыҙ – ҡайһы бер төбәктәрҙең ыңғай тәжрибәһен өйрәнеү, артабан уны башҡа республика һәм өлкәләргә таратыу, – тип белдерҙе.
Депутат баш ҡаланың Киров районында урынлашҡан “Изгелек” комплекслы социаль үҙәгендә булды, унда йәшәүселәр менән аралашты, әсәләргә һәм балаларға бүләктәр таратты.
Үҙәктәге шарттар заман талаптарына яуап бирһә лә, ул – ваҡытлы торлаҡ, бындағы белгестәр әсәләргә һәм балаларға ауыр тормош хәлен үткәреп ебәрергә генә ярҙам итә. Нисә кеше – шунса яҙмыш: араларында никахһыҙ бала тыуҙырған, һөҙөмтәлә яҡындарында аңлау тапмаған студенттар, холоҡһоҙ ирҙәренән ҡасып килгән ҡатындар, тормош йәмен юғалтҡан, тетрәнеү кисергән кешеләр ҙә бар. Үҙәк белгестәре әйтеүенсә, балалар йортонда тәрбиәләнеп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан, әммә аяуһыҙ йәмғиәткә яраҡлаша алмаған ҡатын-ҡыҙҙар – иң аҙ яҡланған категория, улар балаларынан баш тартырға ла оҙаҡ уйлап тормай. 34 йәшкә тиклем паспорт юлламаған, тимәк, йәмәғәтселек иҫәбенә бөтөнләй инмәгән кеше лә булған үҙәктә. Бында ҡатын-ҡыҙҙар комплекслы реабилитация үтә, уларға пособиелар, документтар юлларға, туғандары менән уртаҡ тел табырға ярҙам итәләр.
– Беҙ социаль етемлекте булдырмау сараларына күберәк иғтибар бүлергә тейешбеҙ, сөнки, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етем балаларҙың күбеһе, ата-әсәһе иҫән-һау була тороп, ҡарауһыҙ тороп ҡалған. Шул уҡ ваҡытта әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән йәки балаларынан баш тартҡан ҡатындарҙың күбеһе юлдан яҙған кешеләр түгел, ә ҡатмарлы тормош хәленә дусар, – тип белдерҙе депутат һәм социаль етемлекте иҫкәртеү, үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында ата-әсәлек тойғоларын тәрбиәләү эшен йәйелдереү, уларҙы бәхетле, һау, күп балалы ғаилә ҡороуға әҙерләү мөһимлеген билдәләне.
Сәлиә Мырҙабаева аңлатыуынса, ил Президенты Владимир Путин көтөп алынған, сәләмәт сабыйҙар ғына тыуһын өсөн тейешле социаль-иҡтисади шарттар булдырыу ғына түгел, тотош милләттең һәм үҫеп килгән быуындың һаулығын һаҡлау бурысын ҡуя. Йәштәрҙең һаулығын һаҡлау мәсьәләһе иһә һуңғы йылдарҙа милли сәйәсәттең көнүҙәк, төп йүнәлештәренең береһенә әүерелде. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереү программаһында ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе камиллаштырыуға йүнәлтелгән саралар комплексы күҙалланыуы ла юҡҡа ғына түгел. Перинаталь үҙәктәр, балалар поликлиникалары һәм дауаханалары төҙөү дауам итә, диагностика, дауалау, реабилитациялауҙың заманса алымдары ҡулланыла. Быйыл 1 ғинуарҙан барлыҡ балалар диспансеризациялана. Шулай итеп, 18 йәшкә тиклемгеләрҙең һаулығына өҙлөкһөҙ мониторинг үткәреләсәк. Был саралар, әлбиттә, балаларҙың – яҡын киләсәктәге ата-әсәләрҙең — һаулығын нығытыуға ҙур өлөш индерәсәк. Демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән социаль саралар ҙа, һис шикһеҙ, балалы ғаиләләргә ҙур ярҙам булып тора һәм сабыйҙарҙың тыуыуына булышлыҡ итә. Әммә был – тәүге аҙым. Иң ҡатмарлыһы – кешеләрҙең инаныуын үҙгәртеү. Тыуымды арттырыуға йүнәлтелгән демографик сәйәсәттең уңышлы булыуының шарттары шул: ата-әсә яуаплылығы юғары, ғаилә ҡиммәттәре һәм абруйы ныҡлы булырға, быуындар бәйләнеше өҙөлмәҫкә тейеш. Йәмғиәт ошо төшөнсәләрҙең мөһимлеген аңламай тороп, ыңғай һөҙөмтә көтөү урынһыҙ.


Вернуться назад