Ҡиммәт хаҡҡа алмағыҙ18.11.2011
Баҙарҙа тәҡдим ителгән витаминдар күп төрлө. Әммә уларҙы дөрөҫ һайларға кәрәк.
Кеше организмы өсөн кәрәкле матдәләрҙең тулы исемлеге 13 витаминдан һәм 10 минералдан тора. Ҡаптың тышында уларҙың күрһәтелеүен иғтибар менән тикшерегеҙ.
Витаминды ашауҙың көндәлек дозаһын бер нисәгә бүлеү отошло. Организм уны яҡшыраҡ үҙләштерәсәк. Препараттың хаҡы ҡиммәт булмаҫҡа тейеш. Яҡшы витаминдарҙың хаҡы уртаса 150 — 200 һум самаһы. Ҡиммәт препарат сифатты билдәләмәй, ул сауҙа маркаһы өсөн өҫтәмә түләү генә.


Вернуться назад