“Әлифба”нан алда “Башҡортостан”ды уҡыным23.03.2013
“Әлифба”нан алда “Башҡортостан”ды уҡынымӘҙеһәм БАРЛЫБАЕВ,
Башҡорт дәүләт аграр университетының “Урал аръяғы” филиалы директорының фән буйынса урынбаҫары, иҡтисад фәндәре докторы, профессор:


— “Башҡортостан” менән бала саҡтан танышмын, атайым уны һәр саҡ алдырҙы. Ғаиләбеҙҙә иң көтөп алынған баҫма булды ул, һәр беребеҙ почтальон килеүен көтә инек. Был бала сағымдың матур бер мәле булараҡ хәтерҙә уйылып ҡалған.
Мәктәпкә бармаҫ элек, “Совет Башҡортостаны”нан хәреф танырға, аҙаҡ уҡырға өйрәндем. Шуға ла ғорурлыҡ менән, “Әлифба”нан алда “Башҡортостан”ды уҡыным, тип әйтә алам. Шул ваҡыттан алып яратҡан баҫмаға хыянат иткәнем юҡ. Ситтә йәшәгәндә лә гәзиттән айырылманым, хатта милләттәштәремә бирә торғайным. Мәскәүҙә уҡығанда яҡын ғына киоск булды. Көнөм һәр иртә шунан “Башҡортостан”ды алыуҙан, республикабыҙ халҡы тормошо менән танышыуҙан башланыр ине.
Йылдар дауамында гәзит менән дуҫлыҡ нығынды. Әле лә уны бер тынала уҡып сығам. Һуңғы йылдарҙа баҫманың йөҙө үҙгәрҙе, халыҡты борсоған һәм ҡыҙыҡһындырған проблемалар әүҙем күтәрелә, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ темаларын яҡтыртҡан мәҡәләләрҙең даими урын алыуы һөйөндөрә. Йәш быуынға иҡтисад серҙәрен өйрәтеүсе булараҡ, “Башҡорт эшҡыуарлығы”, “Йүнселлеккә ни етә!” рубрикаларында яҡтыртылғандарын яратып уҡыйым. Хатта уларҙы йыйып, лекцияларҙа ҡулланам, студенттарға ниндәй тармаҡты һайлап, үҙ эшеңде асыу мөмкинлеген еткерергә тырышам, мәҡәлә геройҙарын миҫал итеп килтерәм. Үҙем дә баҫма менән тығыҙ хеҙмәттәшлектәмен, иҡтисад тураһындағы яҙмаларым донъя күреп тора.
“Башҡортостан” гәзитенең йылдан-йыл халыҡҡа яҡынайыуы, уҡыусыларының тәҡдимдәренә ҡолаҡ һалыуы ҡыуаныслы. “Өлгөрбай яҙмалары”ның ҡайтанан тергеҙелеүе лә һөйөнөслө. Әммә гәзиттең төп уҡыусылары — ауыл ерендә. Шуға күрә ауыл тормошо, колхоз-совхоздар тарҡалғандан һуң баҙап ҡалған халыҡтың көнкүреше, эшһеҙлек, ауырлыҡтан сығыу юлдары, мәктәптәрҙең ябылыуы кеүек проблемаларҙы ҡыйыу яҡтыртҡан мәҡәләләрҙең күберәк булыуын теләр инем. Ниндәйҙер халыҡ артисының концерты йәки яҙыусыларҙың ижад кисәләре хаҡында яҙып ҡына уҡыусыны ылыҡтырыу мөмкин түгел. Улар хаҡында былай ҙа радио аша еткереп, "зәңгәр экран"дан күрһәтеп торалар.


Вернуться назад