Өйгә газ килде23.03.2013
Февраль баштарында «Башҡортостан» гәзите редакцияһына Миәкә районынан борсоулы хат килгәйне. Мөрәжәғәттең ҡыҫҡаса йөкмәткеһе шунан ғибәрәт:
«Миәкә районының Илсеғол ауылынан 75 йәшлек Хәлил Шафиҡов 2012 йылдың июлендә йортона газ үткәреү өсөн 25 мең һум аҡса түләп ҡуйған. Ете ай тигәндә саҡ торбалар һуҙылды. Ҡышын бабайҙың өйөндә ныҡ һыуыҡ ине. Етмәһә, ҡатыны нисә йыл инде түшәктә ята. Газ үтеренә ышанып, Хәлил ағай утын да әҙерләмәгән. Белгестәр, бөгөн-иртәгә киләбеҙ, тип бабайҙы йыуатып китә лә юғала. Хәлил ағай сана менән утын ташып көн күрә».
Хаттың авторҙары — Хәлил Шафиҡовтың күршеләре. Улар бабайҙы йәлләп, редакцияға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Борсоулы яҙманы Миәкә районы хакимиәте башлығы Зәйнулла Насировҡа ебәрҙек һәм ошо көндәрҙә яуап алдыҡ. Унда шулай тиелә:
«Х.Х. Шафиҡов, Үзбәкстандан күсеп ҡайтып, туғандарының өйөнә урынлашты. Йорт бер кемдең дә милкенә индерелмәгән ине. Раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы, үҙеңдең йортоңа ғына газ үткәрергә мөмкин. 2013 йылдың 15 февралендә Х.Х. Шафиҡов өйҙө үҙ исеменә күсерҙе һәм газ үткәрелде».