Битараф ҡалып булмай23.03.2013
(В. Исхаҡов, “Миҙалдың икенсе яғы”, 2013 йыл, 25 ғинуар)
Ниндәй генә ғибрәтле хәлдәр юҡ был шаулап торған донъяла! Һуштарың китеп, баштарың әйләнерлек, хатта йөрәгең ярылырлыҡтары ла бар. Уларҙы әлеге тормошта осратырға, телевизор экрандары аша күрергә, матбуғатта ла күҙәтергә була.

Венер Исхаҡовтың «Миҙалдың икенсе яғы» тигән яҙмаһын уҡығас, ҡулыма ҡәләм алырға булдым. Мәҡәләлә һүҙ «Әсәлек даны» миҙалына хилафлыҡ күрһәтеү, уны балаларын тейешле кимәлдә тәрбиәләмәгән, эскелеккә бирелгән ҡатындарҙың да эләктереүе хаҡында бара.
Автор республикабыҙ райондарының береһендә йәшәгән яман ғәҙәттәре менән «данлыҡлы» ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормош-көнкүреше хаҡында ла тетрәнерлек итеп яҙа. Шартлы исем менән алынған әсәнең ауыл янындағы ағаслыҡта аҫылыныуы ғына ла тетрәндерерлек ваҡиға. Етмәһә, игеҙәк сабыйҙары, төндәрен илап, күкрәк һөтө таптырып, барыһын да ыҙалата, һыҡрандыра. Баҡһаң, миҙалды алып ҡайтҡандан һуң ғаилә ағзалары дәүләт бүләген оҙаҡ ваҡыт дауамында «йыуған» икән.
Ә бер ғәйепһеҙ сабыйҙарҙың яҙмышы кем ҡулында? Балалар йорто бар ҙа ул. Тик ул ғына кескәйҙәрҙең киләсәген тулыһынса хәл итмәй бит әле. Ни тиһәң дә, был йорт әсә наҙын, атай хәстәрен бер нисек тә алыштырмай.
Автор әйткәнсә, эскелек менән мауыҡҡан әсәләрҙең балалары йылы аш та, хәстәрлек тә күрмәй, йорт-ҡураның да йәме юҡ. Ауылда йәшәгәс, баҡсаһы ла кәрәк. Бәрәңге ерендә әҙәм буйы алабута үҫеп ултырғас, унан ниндәй файҙа? Тимәк, ғаиләлә рухи-әхлаҡи тәрбиә лә, хеҙмәт күнекмәләре лә бирелмәй. Бына шундай аяныслы хәлдә үҫкән балаларҙың киләсәге ниндәй булыр, һуңынан улар ниндәй тормош ҡорор?..
Хөкүмәтебеҙ күп бала үҫтергән әсәйҙәргә ихтирамлы, ярҙам йөҙөнән әсәлек капиталы, пособиелар ҙа түләй. Был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмайынса, күркәм йорт төҙөгән, ғаиләһенә яҡшы йәшәү шарты тыуҙырған атай-әсәйҙәр ҙә күп.
Авторҙың һүҙен ҡеүәтләп, шуны әйтке килә: “Әсәлек даны” миҙалы исеме есеменә тура килгәндәргә, урындағы хакимиәт «иләге» аша иләнеп, лайыҡлыларға ғына тапшырылһын ине. “Әсә” тигән бөйөк исем дә, оло ихтирам йөҙөнән тапшырылған миҙал да «йәшел йылан» шишмәһендә «йыуылмаһын» ине.


Вернуться назад