Һәр кем һәр көн һаҡланһын23.03.2013
Насар туҡланыу, ҡояш яҡтыһының етешмәүе, дымлы һәм һыуыҡ торлаҡ туберкулездың ҡуҙғыу хәүефен арттыра. Социаль шарттарға туранан-тура бәйле булғанға күрә, уны артта ҡалған илдәр сире тип атайҙар. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының туберкулезды иҫкәртеүгә тейешле иғтибар бүлеүе төбәктә уның шашыныуына юл ҡуймай. Мәҫәлән, Өфөлә йылына 600 тирәһе кеше, тулыһынса һауығыу сәбәпле, иҫәптән алына.
Ике-өс аҙнанан ашыу туҡтамаған йүтәл, ябығыу, хәлһеҙлек, тән температураһының күтәрелеүе, төндә тирләү, тиренең төҫһөҙләнеүе, күкрәк тапҡырының һыҙлауы, тамаҡҡа аш бармау, ҡан төкөрөү — ошо күренештәрҙең береһе генә булһа ла борсоһа, кисекмәҫтән сәләмәтлекте тикшертергә кәрәк. Та-бипҡа ваҡытында күренеү туберкулездан дауаланыу мөмкинлеген бирә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туберкулездың ҡайһы бер төрөнөң тәүге осорҙа үҙен һиҙҙертмәүе лә ихтимал. Шуға күрә һәр кем ике йылға бер флюорография тикшеренеүе үтергә тейеш (хроник сир менән ауырыусыларға йыл һайын тикшеренергә кәңәш ителә). Туберкулез ҡорбанына әүерелмәҫ өсөн шулай уҡ таҙалыҡ яратырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәрәк.