19 – 25 декабрға йондоҙнамә17.12.2011
Аҙнаның төп ваҡиғаһы – Юпитер хәрәкәтенең әкренәйеүе: ошо көндәрҙә ул стационар фазаға күсәсәк. Был власть өлкәһендәге хәл-ваҡиғаларҙың ағышына тәьҫир итәсәк, сәйәси йүнәлештең үҙгәреүенә, етәкселек итеү үҙенсәлектәренең алмашыуына килтерәсәк. Бының ыңғай яҡтары күп булһа ла, уларҙың дөрөҫлөгөн әле генә баһалау мөмкин түгел. Шәхес роленә ҙур иғтибар бүленәсәк. Әгәр ҙә мәгәр шәхси проекттар өҫтөндә эшләйһегеҙ, уй-фекерҙәрегеҙҙе тормошҡа ашырырға ниәтләйһегеҙ икән – был көндәр һеҙҙең өсөн.
Кем бизнесын киңәйтергә, йоғонтололоғон арттырырға, яңы тәжрибә тупларға ниәтләй, улар өсөн асыҡлыҡ индерә торған аҙна: хәлегеҙҙе аныҡ баһаларҙар, үҙегеҙ ҙә күп нескәлектәргә төшөнөрһөгөҙ.
Дүшәмбе уйланылған, үлсәнгән аҙымдар яһағыҙ. Теләгәнегеҙ тиҙ генә барып сыҡмаһа ла, һөҙөмтә ышаныслы булыр. Шишәмбе хыялдар тулҡынында йөҙөрһөгөҙ. Шаршамбы күп нәмәгә ҡулығыҙ бармаҫ. Кесе йома күңелле сәйәхәт йәки эшлекле сәфәр өсөн һәйбәт. Йома – ҡатмарлы көн: барыһы ла ябай ғына булмаҫ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)
Көсөргәнешле аҙна. Был көндәр кем өсөндөр һуғыш яланына әүерелер, еңеүҙе мөмкин булған барлыҡ саралар менән яуларға тура килер.

Буға (21.04 – 21.05)
Хәлдәрҙең тотороҡлолоғона артыҡ ышанаһығыҙ, шикелле. Үҙегеҙ ҙә һиҙмәҫтән башҡа кимәлгә күсеүегеҙ бар.

Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Ата-әсәйегеҙ менән ҡатмарлылыҡтар тыуыуы ихтимал. Фекерегеҙ тап килмәйенсә, бәхәс тыуыуы бар. Уларҙың артыҡ ҡурсалауын да ҡабул итә алмаҫһығыҙ.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)
“Ни эшләргә?” тип аптырағансы, элекке тәжрибәгеҙгә таянығыҙ. Шул уҡ ваҡытта ҡабатлауҙарҙан һаҡланығыҙ.

Арыҫлан (24.07 – 23.08)
Башҡаларға юл бирегеҙ, беренсе булырға ынтылмағыҙ. Еңеү барыбер һеҙгә тәтемәйәсәк, шуға күрә рәхәтләнеп ял итегеҙ!

Ҡыҙ (24.08 – 23.09)
Яйға һалынған, бурыстар аныҡ билдәләнгән өлкәлә эшләүе һеҙгә еңелерәк буласаҡ. Ҡағиҙәләргә таянығыҙ.

Үлсәү (24.09 – 23.10)
Йондоҙҙар һеҙгә күләгәлә тороп ҡалырға кәңәш итә. Был һеҙгә урынһыҙ ғәйепләүҙәрҙән, дәғүәләрҙән ҡотолорға ярҙам итер, аҙнаны тыныс ҡына үткәреү форсаты бирер.

Саян (24.10 –22.11)
Нахаҡ һүҙҙәрҙән, ғәйбәттән һаҡ булығыҙ. Улар ни тиклем буш һымаҡ тойолһа ла, киләсәктә уларҙың тормошоғоҙҙо ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал.

Уҡсы (23.11 – 21.12)
Осраҡлыҡтар гел генә осраҡлы буламы икән? Уйлап ҡараһығыҙ, һәр ғәмәлгә аңлатма биреп була.

Ылаҡ (22.12 – 20.01)
Башҡаларҙан айырылып торорға ашҡынмағыҙ, ҡаҙаныштарығыҙ тураһында һөйләмәгеҙ – көнләшеүселәр күп.

Һыуғояр (21.01 – 19.02)
Ҡатмарлылыҡтарға ҡаршы көрәшеп, ағымға ҡаршы йөҙмәгеҙ: бер аҙ көтөгөҙ.

Балыҡ (20.02 – 20.03)
Кешелекле, итәғәтле булығыҙ. Һәр кемдең үҙ етешһеҙлеге, үҙ мәшәҡәте – шуны аңлау һәм нисек бар, шулай ҡабул итеү зарур.
Өмөтбикә.


Вернуться назад