Дәүләтселеккә ынтылыш тарихтан килә23.03.2013
Дәүләтселеккә ынтылыш тарихтан киләБашҡортостан Рәсәй федерализмына нигеҙ һалған! Тәрәндән уйлап ҡараһаң, был — иҫ китмәле әһәмиәтле тарихи ваҡиға. Ошоно үҙебеҙ аңлап, баһалап еткерәбеҙме икән? Үкенескә ҡаршы, ваҡыт үтеү менән онотола ла бара кеүек. Ни тиһәң дә, 94 йыл ғүмер уҙған бит. Әллә яңылышабыҙмы? “Ни өсөн Рәсәй составында йәшәгән халыҡтарҙан тап башҡорттар бындай аҙымға барҙы икән?” — тигән һорау ҙа уйландыра. Яуап алыу өсөн йәш ғалим, “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең тарих бүлеге етәксеһе Азат ЯРМУЛЛИНға мөрәжәғәт иттек. Ул башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен, граждандар һуғышы осорондағы башҡорт ғәскәрҙәре тарихын һәм, ғөмүмән, халҡыбыҙҙың хәрби тарихын өйрәнә. — Тарихи күҙлектән ҡарағанда, был тема етерлек кимәлдә өйрәнелгәнме? — Ғалимдарыбыҙ, тарихсыларыбыҙ ошо осор менән ҡыҙыҡһына, төплө өйрәнә. Мәҫәлән, Салауат Ҡасимов ғилми яҡтан, Марат Ҡолшәрипов иһә милли хәрәкәт тарихын дөйөм тикшергән. Ҡайһы бер йүнәлештәрен тарыраҡ һәм анығыраҡ өйрәнеүселәр ҙә бихисап. Үҙем өсөн дә был бик ҡыҙыҡ тема. Шулай ҙа ҙур иғтибарҙы милли ғәскәрҙәр тарихына бүләм. Ни эшләптер шул яғы яҡыныраҡ. Былтыр ошоға арнап “Башҡорт армияһы тарихынан” тигән китабым сыҡты, “Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында” тигәне шәхестәргә арналған. Тарихи датаның 90 йыллығын билдәләгәндә киң мәғлүмәт сараларында мәҡәләләрем күп баҫылды. — Тарих биттәренә күҙ һалайыҡ. — Һөйләшеүҙе шунан башлайыҡ: башҡорттоң ошондай ҡарар ҡабул итеп, етди аҙымға барыуы — уникаль күренеш. Башҡа милли республикалар кеүек, беҙ өҫтән төшөрөлгән декрет буйынса түгел, ә килешеү нигеҙендә яулағанбыҙ автономияны! Һәм, һис шикһеҙ, әйтергә була: беҙ — илдәге федератив ҡоролошҡа нигеҙ һалыусылар. Был бер нисә ай йәки йыл эсендә уйлап ҡабул ителгән нәмә түгел. Башҡорт халҡының бының өсөн нигеҙе булған. Электән үҙаллы булыуыбыҙҙан килә. Ни бары башҡорттар һәм казактар ғына Үҙәк хөкүмәткә талап ҡуйған, башҡалар улайта алмаған. Эйе, казактарҙың да хөкүмәте булған бер осор, әммә улар халыҡ түгел, ә ни бары сословие ғына. Татарстанда иһә аҡса ла, интеллегенция ла була, әммә тарихи нигеҙлелек, тәғәйен биләмә булмай. Шул турала саҡ ҡына ентекләберәк һөйләп китәйем. Башҡорт — борон-борондан азат, үҙаллы халыҡ. Әлбиттә, ул саҡта автономия һүҙе әйтелмәй. Ләкин, бөгөнгө көн күҙлегенән ҡараһаң, 1735 йылға тиклем Башҡортостан автономиялы булған. Әлбиттә, был осорға тиклем дә ихтилалдар ойошторолоп ала, Рәсәй Хөкүмәте хоҡуҡтарҙы сикләргә тырыша. Тик барыбер, дөйөм алғанда, беҙҙең ата-бабалар үҙаллы йәшәгән. Мәҫәлән, бейҙәр тәғәйенләнмәгән, ә һайланған. 1735 йылда Рәсәй нығына, Көнсығышҡа күҙ һала башлай. Шул осорҙа башҡорт халҡының Рәсәйгә инеүе (интеграция) башлана. Һүҙ ҙә юҡ, был бик ауыр, ҡатмарлы бирелә. Шул саҡта ла башҡорт үҙ хоҡуҡтарын яҡлап сығыш яһай. XVIII быуаттың аҙағында Рәсәй Хөкүмәте аптырап ҡала: “Был халыҡ менән нимә эшләргә һуң?” Ни өсөн тигәндә, татарҙар менән проблема юҡ, ҡаҙаҡтар әле ҡушылмаған. Кантон системаһын индерергә ҡарар итәләр. Хәҙер ҡараһаң, был системала ла автономия элементы булған, тип әйтергә мөмкин. Башҡорттоң милли ғәскәре ғәмәлдә, улар айырым хеҙмәт иткән, кантон башлыҡтары, үҙҙәренең хакимиәттәре эшләй. Әлбиттә, ул осор ҙа башҡорт өсөн еңел бирелмәй. Хәрби сословие вәкилдәренә сауҙа тыйыла, күсеп йөрөү өсөн рөхсәт талап ителә, сикләүҙәр ифрат күп. Иҡтисади яҡтан ҙур зыян күрә халыҡ, был — кантондар осороноң кире яҡтары. XIX быуат уртаһына тиклем ата-бабаларыбыҙ Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығыш сигендә хеҙмәт итә. Аҙаҡ төрлө сәбәптәр арҡаһында сик шыла, уны һаҡлауға мохтажлыҡ бөтә башлай. Рәсәй Хөкүмәте тағы уйға ҡала: нимә эшләргә башҡорт менән? 1863 йылда “Положение о башкирах” тигән закон донъя күрә, унда башҡорттоң яңы статусы барлыҡҡа килә — хәрби сословиенан гражданлыҡҡа күсерәләр. Бер яҡтан, башҡалар менән хоҡуҡтар тиңләнә, күнегелгән хәрби хеҙмәт бөтөрөлә. Башҡортҡа сауҙа менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бирелә. Тик ғүмер буйы һуғышҡан халыҡ быға әҙер булмай. XIX быуат башҡортҡа бик ауыр бирелә, ул һынылыш осоро кисерә. Ысын мәғәнәһендә көрсөк башлана. Халыҡты колонизация баҫа, яңы хужалыҡ төрөнә күсә алмай интегәләр. “Башҡорт бөтә, юғала” тип яҙған шул осор тураһында Башҡортостанда йәшәп киткән урыҫ яҙыусылары. Ысынлап, артабанғы яҙмыш борсолоу тыуҙыра. Ерҙәрҙе тартып алыу арҡаһында традицион шөғөл булған малсылыҡ ҙур зыян кисерә. Был үҙ сиратында башҡорт халҡының иҡтисади хәленә кире йоғонто яһай. — Шулай уҡ хөрт буламы ни хәлебеҙ? — Әлбиттә, бирешмәй башҡорт. Был осорҙа көсө ҡалмаған тип уйлағандар, ә ҡалай ҡеүәтле милли хәрәкәт ҡалҡып сыға бит аҙаҡ! Быға тарихи нигеҙлелек булған. Ғөмүмән, автономия һауанан алып иғлан ителмәгән. Быға, һис шикһеҙ, юридик нигеҙ кәрәк. Беҙҙең аныҡ ерҙәребеҙ булған. Шул тарихи биләмәлә иғлан ителә лә ул. Ни өсөн, мәҫәлән, татарҙар территориаль автономия иғлан итмәй? Ә сөнки уларҙың ере әҙерәк, быны юридик яҡтан эшләү ҙә мөмкин түгел, тимәк. Ул халыҡ күберәге ҡалала һәм Рәсәй буйлап һибелеп йәшәгән. Улар өсөн милли-мәҙәни автономия ҡулайыраҡ иҫәпләнгән, әммә ул — бөтөнләй икенсе мәсьәлә һәм әһәмиәте лә башҡа. Ә башҡорттоң борондан ере, һәр аныҡ волостың үҙ урыны билдәле. Уға беҙҙән башҡа бер кем дә дәғүә итмәгән. Был бик ҙур һәм мөһим фактор. Музейҙа революцияға тиклем төҙөлгән “Карта башкирских дач” тигән карта бар. Хәҙер уны бөгөнгө Башҡортостан картаһы менән сағыштырып ҡараһаң, бермә-бер тип әйтерлек тура килгән. Был да күп нәмә тураһында һөйләй. — Тарихи даталарҙа күберәге 1917 һәм 1918 йылдар тураһында һүҙ бара. Ни өсөн улай килеп сыҡҡан? — Беҙ Башҡорт автономияһы иғлан ителгән көн тип 1919 йылдың 23 мартын иҫәпләйбеҙ. Әммә, моғайын, тарих менән ҡыҙыҡһынғандар беләлер: беҙ үҙаллылыҡты 1917 йылда уҡ иғлан иттек. Әхмәтзәки Вәлиди 1917 йылда үҙ ҡулдары менән ике карта яһай: Оло Башҡортостан һәм Кесе Башҡортостан карталары. Автономияны тормошҡа ашырыуҙы башҡорттар күберәк йәшәгән урындан башлайҙар, йәғни Кесе Башҡортостан территорияһында, был территорияны 13 кантонға бүләләр. Ҡалған яҡтарҙа ауырыраҡ була. Бөгөн белмәгән кешеләр ошо картаға ҡарап, имеш, башҡорттар Өфө губернаһын һәм башҡа территорияларҙы көсләп ҡушҡан, ул тәүҙә Башҡортостанға ҡарамаған, тигәнерәк хәбәр таратырға ярата. Был дөрөҫ түгел. Милли хәрәкәт етәкселәре бик практик, аҡыллы кешеләр булған. Улар халыҡтың ихтыяждарын, илдәге хәлде яҡшы аңлаған. Һорауығыҙға әйләнеп ҡайтып, шуны әйтәм: 1917 йылда иғлан ителгән автономия 1918 йылда бөтә ҡеүәтенә эшләй башлай. Тарихтан билдәле булыуынса, 1918 йылда Башҡорт хөкүмәтен ҡулға алалар. Шул йылдың йәйендә Хөкүмәт тергеҙелә һәм Кесе Башҡортостан территорияһында автономия ысын мәғәнәһендә тормошҡа ашырыла башлай. Кантон идаралыҡтары барлыҡҡа килә, үҙебеҙҙең ғәскәр була. Ә беҙ белгән дата — 1919 йылдың 23 мартында — автономия рәсми рәүештә таныла, ике яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыла. — Автономия яулауҙа ғәскәрҙең роле ҙур булған, тигәйнегеҙ бая. Был нимәлә сағыла? Шул тиклем көслө булғанмы ни ул ғәскәр? — Шуныһын хәтерҙән сығармайыҡ: ул саҡта илдә граждандар һуғышы бара. Йә аҡтар, йә ҡыҙылдар еңә. Власть өсөн һуғыш ҡыҙғандан-ҡыҙа. Бындай мәлдә, ниндәй генә булһа ла, ғәскәр ҙур әһәмиәткә эйә. Һуғыш барғанда иң мөһиме — ҡорал һәм хәрбиҙәр. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙҙең автономия штык һәм мылтыҡ менән яулана. Был тура мәғәнәлә түгел, әлбиттә, хөкүмәткә ҡаршы бер кем дә һуғышып йөрөмәй. 1917 йылда милли хәрәкәт башлана, шура, хөкүмәт төҙөйҙәр, ә ғәскәр булмай. Ғәскәр юҡ икән, һинең менән иҫәпләшеүсе лә юҡ, яңы булдырылған Хөкүмәтте һаҡлаусы юҡ. Шуға күрә Ырымбурҙа Хөкүмәтте ҡулға алалар ҙа апрелдә саҡ сығалар. Милли хәрәкәт етәкселәре шунда асыҡ аңлай: ғәскәр кәрәк! Ваҡыт шундай шарттар ҡуя. Бик тиҙ арала ғәскәр йыялар. Бында, бәхеткә күрә, ярҙамға халыҡтың тарихи яҙмышы килә. Башҡорт бит элек-электән — хәрби халыҡ, мобилизация башланыу менән дәррәү хеҙмәткә киләләр. Өс ай эсендә алты полк төҙөлә. Беҙҙең ғәскәрҙә 6,5 мең кеше була, улар стратегик урынды биләй. Большевиктар — бик прагматик, хатта циник кешеләр. Улар күрә: башҡорттоң ғәскәре, яйлы структураһы, территорияһы бар, бөтә нәмә лә яҡшы эшләй. Революция яҙмышы Уралда хәл ителгән осорҙа, башҡорт ғәскәрҙәрен ҡыҙылдар яғына йәлеп итеү большевиктарға файҙалы була, икенсенән, улар башҡорт халҡына автономия биреп башҡа халыҡтарҙы үҙ яғына ҡаратырға уйлай. Шуға күрә лә Совет власы Башҡортостан автономияһын танырға мәжбүр була. Советтар Башҡорт хөкүмәте менән килешеү төҙөй. Ул “Үҙәк хөкүмәттең Башҡорт хөкүмәте менән Совет автономияһы тураһында килешеүе” тип атала. — Был хәрәкәттә ҡатнашҡан кешеләрҙең бөтәһе лә йәш булған, тиҙәр. — Эйе, күпселеге 30 йәштәр тирәһендәге кешеләр. Мөхәмәтхан Ҡулаевҡа ғына 40 самаһы була. Ул Хөкүмәт рәйесе итеп һайлана, делегацияны етәкләй, идеологтарҙың береһе була. Ҡыҙыҡ факт, килешеүгә ҡултамғаһын, күптәр уйлағанса, Әхмәтзәки Вәлиди менән Ленин түгел, ә Ҡулаев менән Сталин ҡуя, ә Лениндың ҡултамғаһы уны ни бары раҫлай ғына. Ғөмүмән, Әхмәтзәки Вәлидиҙең бер ҡайҙа ла ҡултамғаһы юҡ. Ул бөтә эштәрҙе лә алдан һөйләшеп-килешеп йөрөй, әммә рәсми үҙен күрһәтмәй. Хөкүмәт рәйесе лә булмай хатта. Ул — лидер, идеолог, әйҙәүсе. Мин милли хәрәкәттә ҡатнашыусылар яҙмышын төплө өйрәндем. Был хаҡта китап та яҙҙым. Ул шәхестәрҙең бөтәһе лә иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Тарихта һәр кемдең үҙ урыны бар һәм ул хөрмәткә лайыҡлы. Бөгөн тулыһынса баһаланғанмы, юҡмы — уныһы икенсе мәсьәлә, әлбиттә. Әммә тарихсылар уларҙың һәр ҡайһыһын белә, өйрәнгән. Шул уҡ Ҡулаев менән Вәлидиҙе тиңләргә, ролдәрен билдәләргә тырыша бөгөн ҡайһы берәүҙәр. Был кәрәкмәгән эш. Һәр кемдең үҙ роле һәм икеһе лә уны лайыҡлы үтәгән. Бөгөн Әхмәтзәки Вәлиди үҙен күрһәтергә тырышҡан, тегендә-бында йөрөгән, тигән ҡараш бар. Әгәр был ысынлап та шулай булһа, ул бит Хөкүмәт рәйесе вазифаһын биләр ине. — Әле Интернет селтәрендә шул заман кешеләре тураһында ысынлап күп фекерҙәр йөрөй. Ҡайһыһына ышанырға, ҡайһыһына юҡ, белеп тә булмай. — Юҡ, Интернетҡа ышанырға кәрәкмәй. Хәҙер нәмә булһа ла шунда тултыралар, был һәр кемдең ҡулынан килә. Күп осраҡта милләткә бысраҡ яғырға теләүселәр, тарихты белмәүселәр ҙә ҡатнаша был эштә. Иғтибар итмәгеҙ. — Шул осорҙа автономия яулауҙың бөгөн әһәмиәте нимәлә, әлеге суверенитетҡа йоғонтоһо булдымы? — Бая һөйләгәнемсә, башҡорт һәр ваҡыт үҙаллылыҡҡа ынтылып йәшәгән. Тарих ҡабатлана, тибеҙ. Был, ысынлап та, шулай. 1991 йылдарҙа суверенлы республика булырға теләү ҙә буштан килеп сыҡмаған. Беҙҙә тарихи хәтер, нигеҙлелек бар. — Икенсе йылға автономия яулауҙың — 95 йыллығы, шунан оҙаҡламай 100 йыллығы ла етәсәк. Был даталарҙы республика нисек билдәләргә тейеш? — Артабан да ныҡлабыраҡ өйрәнергә кәрәк. Ул эш бөгөн дә дауам итә. Дөйөм күҙаллау яҡшы, әлбиттә, әммә һәр датаны, шәхесте, осорҙо айырым тикшереп кәштәләргә һалырға кәрәк. Беҙ был тарихи ваҡиғаны оноторға тейеш түгел! Аңлы, халҡы өсөн яуаплылыҡ тойған һәр кем пропаганда менән шөғөлләнергә тейеш. Бында ғалимдар, тарихсылар, уҡытыусылар, яҙыусылар, милли ойошмалар һәм башҡалар инә. Байрам итеүгә килгәндә, республика уны тейешле кимәлдә ойошторор, тип уйлайым. Һәр хәлядә 100 йыллығы федераль кимәлдә үтергә тейеш. Нимә генә тиһәң дә, был ил тарихы кимәлендә әһәмиәткә эйә дата. Шуны онотмайыҡ.


Вернуться назад