Иң башта шуны әйтеп китергә кәрәк: Совет осоронда республикабыҙҙың тыуған көнө тип 1919 йылдың 23 марты иҫәпләнде. Был осраҡта Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт Совет автономияһы тураһындағы Килешеүенә ҡул ҡуйыу, икенсе төрлө әйткәндә, Совет хөкүмәтенең йәшәп килгән Башҡорт ерле автономияһын таныуы тураһында һүҙ бара. Ошо ваҡиғаға бәйле бер нисә һорау килеп тыуа: бында ниндәй Башҡорт хөкүмәте күҙ уңында тотола? Әгәр хөкүмәте бар икән, тимәк, башҡорттарҙың дәүләте лә булғандыр? Һәм, ниһайәт, ниңә Рәсәй эшсе-крәҫтиәндәр хөкүмәте, Башҡорт хөкүмәте менән Килешеүгә ҡул ҡуйып, Башҡорт автономиялы дәүләтселеге барлығын танырға риза булған? Был һорауҙарға яуап биреү өсөн шул ваҡыттағы ваҡиғаларҙың сәбәп-шарттарын һәм шулай уҡ автономияның, Башҡорт хөкүмәтенең барлыҡҡа килеү тарихын асыҡларға кәрәк. Беҙҙең тарихи әҙәбиәттә, айырым мәҡәләләрҙә был мәсьәлә күтәрелгәйне. Мәҫәлән, билдәле журналист Дәүләт Мәһәҙиев ("Башҡортостан", 1996 йыл, 29 ноябрь) ошо турала яҙҙы. Ул Башҡорт автономияһын иғлан итеү һәм, ғөмүмән, республикабыҙҙың тыуыу ваҡытын ҡайтанан ҡарарға тәҡдим итте. Әммә беҙ инерция буйынса Башҡорт автономияһының тыуған көнөн 1919 йылдың 23 марты менән бәйләйбеҙ. Әлбиттә, күрһәтелгән датаны, йәғни Үҙәк тарафынан Башҡорт автономиялы республикаһын рәсми таныуын инҡар итеү дөрөҫ булмаҫ ине, һәм уны халҡыбыҙ тормошондағы оло тарихи ваҡиғаларҙың береһе тип ҡабул итергә кәрәк. Башҡортостанда милли дәүләт төҙөү эше 1917 йылдың июль-август айҙарында үткән Беренсе һәм Икенсе башҡорт ҡоролтайҙары менән башланып китә. Был съездарҙа тәү сиратта ерле (территориаль) автономия мәсьәләләре ҡарала. Ҡоролтайҙарҙы ойоштороу эшенә, төрлө ҡарарҙар ҡабул итеүгә Әхмәтзәки Вәлиди бик күп көс һала, ғөмүмән, башҡорт милли хәрәкәтенең етәксеһе, төп идеологы була. Шуға күрә З. Вәлиди Рәсәйҙә федерализм идеяһына нигеҙ һалған шәхескә әйләнә. Мәскәү публицистары уны юҡҡа ғына "рус федерализмының атаһы" тип яҙып сыҡманы. ("Профиль" журналы, 1998 йыл, март). Шуны ла билдәләргә кәрәк: беренсенән, Совет тарих фәне 1917 йылғы башҡорт милли хәрәкәтен революцияға ҡаршы, реакцион булған тип нарыҡланы. Совет тикшеренеүселәре башҡорт хәрәкәтен халыҡ менән ныҡлы бәйләнеше булмаған һәм тик буржуаз-юғары ҡатлам мәнфәғәттәрендә ойошторолған тип күрһәтергә тырышты. Был осраҡта улар, башҡорт халҡының сәйәси һәм иҡтисади үҫеш кимәлен инҡар итеп, түбәнһетеп күрһәтергә маташты. Имеш, үҙбилдәләнеш идеяһы күсмә тормош алып барған башҡорттар өсөн буй етмәҫлек бейеклек булған. Шулай итеп, башҡорт халҡының быуаттар дауамында ер һәм азатлыҡ өсөн, үҙенең хоҡуҡтарын яҡлап көрәшеүе бөтөнләй иҫәпкә алынманы. Икенсенән, башҡорттарға автономияны Октябрь революцияһы, большевиктар бирҙе, тигән фекер алға һөрөлдө. Был ҡараш ҡайһы бер зыялылар араһында әле лә йәшәп килә. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең Февраль революцияһынан һуң барлыҡҡа килеүе, тәүге ҡоролтайҙар үтеүе һәм автономия, үҙбилдәләнеш мәсьәләләре Ваҡытлы хөкүмәт алдына ла ҡуйылыуы бындай фекерҙең ысынбарлыҡҡа тап килмәүен күрһәтә. Башҡорт автономиялы милли дәүләтселеген төҙөү тарихын объектив рәүештә һүрәтләү һәр төрлө уйҙырмаларҙы фашларға төплө нигеҙ бирә. Ғөмүмән, Октябрь революцияһына тиклем башҡорт милли хәрәкәтенең етәксе органы — Башҡорт үҙәк шураһы (Советы), уның аныҡ программаһы, стратегик һәм тактик йүнәлеше төҙөлә. Шулай уҡ Башҡорт үҙәк шураһы халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдыра. Октябрь революцияһынан һуң илдәге килеп тыуған сәйәси хәлгә ярашлы рәүештә Башҡорт милли шураһы бөтә башҡорт халҡына тәғәйенләнгән беренсе һанлы Фарман ҡабул итә (1917 йыл, 11 ноябрь). Унда Октябрь инҡилабына, бәреп төшөрөлгән Ваҡытлы хөкүмәткә баһа бирелә, автономия, ер һәм башҡа мәсьәләләргә ҙур иғтибар бүленә. Совет власының халыҡтарҙың үҙбилдәләнешкә хоҡуғын яҡлап сығыш яһауына ҡарамаҫтан, большевиктар түңкәрелешенә лә, Ваҡытлы хөкүмәткә лә кире ҡараш белдерелә. Фарман буйынса, үрҙә күрһәтелгән ике көстөң бәрелеше кисектергеһеҙ булыуына иғтибар йүнәлтелә. Был осраҡта башҡорттар, әгәр илдә граждандар һуғышы башланһа, бер яҡҡа ла ҡушылмаясағын белдерә, "Беҙ большевик та, меньшевик та түгел, беҙ тик башҡорттар һәм бындай хәлдә үҙебеҙҙең мәнфәғәтте үҙебеҙ яҡларға тейешбеҙ" тигән фекерҙе алға һөрә. Ошо принципҡа нигеҙләнеп, Башҡорт шураһы автономия иғлан итеүҙе һәм милли ҡораллы көстәр төҙөүҙе көн үҙәгенә ҡуя. Беренсе фарманға ярашлы, 15 ноябрҙә Ырымбурға атаман Дутовтың казак ғәскәрҙәре килеп ингәс, шул уҡ көндә Шура үҙенең исеменән икенсе һанлы фарманын ҡабул итә. Был фарман "Ырымбур губернаһының Щадринск, Екатеринбург өйәҙҙәре башҡорттарына, округ һәм район башҡорт шураларына" тип атала һәм Ырымбур, Өфө, Пермь, Һамар губерналары сиктәрендә Башҡортостандың ерле автономияһын иғлан итә. Башҡорт халҡы автономия иғлан итеүҙе ҙур шатлыҡ, оло ҡыуаныс менән ҡаршы ала. Темәс, Мораптал, Борай һәм башҡа ҙур башҡорт ауылдарында ошо айҡанлы ҙур йыйылыштар ойошторола һәм Ырымбурға ҡотлау хаттары, телеграммалар ебәрелә. Халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры, Үҙәк шураның сәркәтибе Шәйехзада Бабич ерле автономия иғлан итеүгә үҙенең "Олуғ шатлыҡ" (Башҡортостан мөхтәриәте иғлан ителеп һәм Каруанһарай ҡулға алыныу мөнәсәбәте илә) шиғырын бағышлай: "Яңғырап, шаулап сыҡҡан шатлыҡ йырын Фәрештәләр һөйөнөп тыңлаһын. Шатландырҙың, Тәңрем, һибеп нурың, Башҡортостан халыҡ донъяһын. Ябраил мәләк, елпеп ап-аҡ ҡанат, Осоп йөрөһөн Башҡортостанда. Хәбәр бирһен тиеп: "Булдың азат! Сыҡтың йәмле, гөллө бостанға". Азат булды ғәзиз Каруанһарай, Азат булды барлыҡ ерҙәрең... Йырлап ебәр һөйөнөп, уйнап ҡурай, Сыҡһын тиҙерәк шатлыҡ йырҙарың. Үләм... Ташам... Тормайым, ашам күккә... Үкенмәйем инде үлһәм дә... Үкенмәйем инде тыуған йортҡа Күкдин ҡарап көлөп торһам да... (Ш. Бабичтың был шиғыры Башҡорт шураһының баҫма органы булған "Башҡорт" гәзитендә 1917 йылдың 24 ноябрь һанында донъя күрә). Ошо ваҡиғанан һуң башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре шунда уҡ Бөтә башҡорттар ҡоролтайын саҡырыу буйынса әүҙем эш башлай. 1917 йылдың 8 – 20 декабрендә үткән III Бөтә башҡорт ҡоролтайы Башҡортостандың үҙбилдәләнеше, йәғни ерле автономияһы буйынса ҡарар ҡабул итә: "Ҡоролтай бер тауыштан 15 ноябрҙә Үҙәк башҡорт шураһы тарафынан иғлан ителгән Башкурдистан территориаль-милли автономияһын раҫлай", тип белдерелә. Ҡоролтайҙың "Бөтә Рәсәй Федерацияһы һәм Башкурдистандың шул федерацияға мөнәсәбәте" исемле резолюцияһы менән ил кимәлендә беренселәрҙән булып федерализм проблемаһы күтәрелә. Уның буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһының автономиялы өлөшө булыуы таныла, һәм Үҙәк властар уны закон нигеҙендә рәсми раҫларға тейеш була. Был Ойоштороу ҡоролтайында автономияның биләмәләре туғыҙ кантонға бүленә, һәм ул "Бәләкәй Башҡортостан" тип атала. Ни өсөн тигәндә, ул ваҡытта күпселек башҡорттар йәшәгән һәм большевиктар ҡулында булған Өфө губернаһы өйәҙҙәре ситтә ҡала. ("Оло Башҡортостан" тик 1922 йылда ғына барлыҡҡа килә). Ҡоролтайҙа шулай уҡ закондар сығарыусы һәм башҡарма власть органдары ла төҙөлә. "Кесе ҡоролтай" тип аталған автономиялы ваҡытлыса ҡоролтай (предпарламент) ойошторола, ул закондар сығарыу вәкәләтенә эйә була. Ваҡытлыса ҡоролтай ағзалары итеп З. Вәлиди, Ғ. Айытбаев, Д. Әмиров, Ю. Бикбов, Х. Ғәбитов, Ғ. Ғирфанов, Ғ. Иҙелбаев, Ғ. Ҡыуатов, С. Мағазов, Ш. Манатов, С. Мерәҫов, И. Мутин, М. Смаҡов, Риза Фәхретдинов һәм уның улы Ғ. Фәхретдинов, Х. Йомағолов, А. Йәғәфәров, Х. Рәмеев, У. Тоҡомбәтов, Ш. Аҡсулпанов, Н. Таһиров, И. Солтанов һайлана. "Кесе ҡоролтай" ағзалығына кандидаттар итеп Ғ. Абыҙов, Ғ. Әҙеһәмов һәм Ш. Ҡылысбаев тәҡдим ителә. Ваҡытлыса ҡоролтай беренсе башҡорт хөкүмәтен төҙөй. Уның рәйесе итеп юғары белемле юрист Юныс Бикбов тәғәйенләнә. З. Вәлиди, Хөкүмәт ағзаһы булараҡ, хәрби һәм эске эштәр бүлеген етәкләй, И. Мутин — финанс, Ғ. Айытбаев — ер эштәре, Ғ. Әҙеһәмов — халыҡ мәғарифы, Х. Йомағолов иҡтисад бүлектәренә етәкселек итә. Ғ. Ҡыуатов һәм А. Йәғәфәров юстиция һәм эске эштәр бүлектәрендә урынбаҫар вазифаһын башҡарырға тейеш була. Ҡоролтайҙың милли ғәскәр, дини идара төҙөүгә ҡағылышлы ҡарарҙары ла айырым иғтибарға лайыҡ. 1918 йылдың башында "Бәләкәй Башҡортостандың автономияһы тураһында положение" исеме аҫтында Башҡортостандың демократик принциптарға нигеҙләнгән беренсе Конституцияһы төҙөлә. (Ҡарағыҙ: "Национально-государственное устройство Башкортостана. Документы и материалы. Т 1. Уфа, 2002. С. 207–215). Әммә Дутов тарафынан баҫып алынған Ырымбурҙа иғлан ителгән автономия Үҙәктә танылыу тапмай. 1918 йылдың ғинуар-февралендә иһә Ырымбур губернаһында ҡайтанан Совет власы тергеҙелә. Ә Башҡорт хөкүмәте ағзалары, шул иҫәптән З. Вәлиди ҙә, Совет власына яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙарын бер нисә тапҡыр белдереп ҡараһа ла, атаман Дутов менән хеҙмәттәшлек итеүҙә ғәйепләнеп, 1918 йылдың 18 февралендә ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Уларҙы ҡулға алыуҙа Ырымбурҙағы Мосолман хәрби-революцион комитеты етәкселәре, башҡорттарҙың үҙбилдәләнешенә ҡаршы сығып, туранан-тура ҡатнаша, хатта был ҡара эш уларҙың башланғысы менән атҡарыла. Шул уҡ ваҡытта Таналыҡ—Баймаҡта урындағы большевиктар милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашҡан ике башҡорт офицерын — Ғ. Иҙелбаевты, Ғ. Мағазовты, ун башҡорт һалдатын, биш поляк офицерын (башҡорттарға теләктәшлек белдергән өсөн) атып үлтерә. Ошо мәлдән алып 1918 йылдың июль башына тиклем Башҡорт хөкүмәте үҙ эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр була. Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренә ҡаршы алып барылған репрессив сәйәсәт башҡорт халҡының күпселегендә Совет власына ҡарата нәфрәт уята. 1918 йылдың апрель башында Ырымбур ҡалаһына Әмир Ҡарамышев төҙөгән башҡорт хәрби отряды һәм казактар һөжүм итеүенән файҙаланып, З. Вәлиди һәм башҡа башҡорт хөкүмәте ағзалары төрмәнән сығарыла. 1918 йылдың май аҙағында, Чехословак корпусы һәм Һамар Комучы армияһының ҡораллы сығыштарынан һуң, башҡорт хәрәкәте лидерҙары Силәбе ҡалаһына килеп урынлаша һәм бында үҙ эшмәкәрлеген яңынан башлай, хөкүмәт һәм Үҙәк шураны тергеҙә. З. Вәлиди етәкселегендәге Башҡорт хәрби шураһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә, башҡорт ир-егеттәренең илһөйәрлек рухына таянып, ике дивизиянан торған милли ғәскәр төҙөүгә өлгәшә.
(Аҙағы бар).