“Башҡортостан Уралы”нда эш башланды23.03.2013
“Башҡортостан Уралы” комплекслы биосфера резерваты статусы 2012 йылдың 12 июлендә Парижда Халыҡ-ара координацион совет ултырышы ҡарары менән бирелә. Объекттың дөйөм майҙаны – 345 мең гектар. Составында айырыуса һаҡланған биш тәбиғи биләмә бар: “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы, “Башҡортостан” милли паркы, “Мораҙым тарлауығы” тәбиғи паркы, “Алтын Солоҡ” һәм “Эйек” заказниктары. Бында 1650 төр үҫемлек үҫә, шуларҙың 44-е Ер шарында ошо урында ғына осрай. 2000-дән ашыу төр хайуан иҫәпләнә. “Башҡортостан Уралы” биорезерватында бөрйән солоҡ ҡорто генофонды һәм башҡорт халҡының үҙенсәлекле шөғөлө – солоҡсолоҡ һаҡлана. Бөтә донъяла билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһе культы урындағы халыҡтың мәҙәни-тарихи йолаларын сағылдыра, археологик табыштар фән өсөн баһалап бөткөһөҙ. Мәмерйә стеналарында боронғо кешеләрҙең 15-16 мең йыл элгәре төшөргән һүрәттәре беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланыуы – үҙе бер мөғжизә. “Башҡортостан” милли паркы хакимиәтендә “Башҡортостан Уралы” биорезерватында берлектә эшләү планын әҙерләү буйынса кәңәшмә үтте. Унда биорезерват составына ингән “Башҡортостан” милли паркы, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы һәм “Мораҙым тарлауығы” тәбиғи паркы вәкилдәре ҡатнашты. Төп иғтибар тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһенә бүленде. Уны ҡурсалауҙа федераль һәм төбәк органдарына ҡараған айырыуса һаҡланған тәбиғи биләмәләр, шулай уҡ Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Күгәрсен райондары хужалыҡтары булыуы хәлде ҡатмарлаштыра, сөнки дөйөм эшкә бер генә ведомство идара итмәй. Резерватҡа төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә лә ҡатнашыу маҡсаты ҡуйылды. Солоҡсолоҡ, умартасылыҡты үҫтереү, экологик, рекреацион, тәбиғәтте өйрәнеү йүнәлештәре буйынса туризмды үҫтереү күҙаллана. “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы ихтыяжында Нөгөш – Һәргәй юлын төҙөү (Мәләүез районы), Мораҡ – Ғәҙелгәрәй (Күгәрсен һәм Бөрйән райондары) пункттарын юл менән тоташтырыу, коммуникация селтәрен үҫтереү, туристарҙы ҡабул итеү өсөн йорттар төҙөү, милли паркта урманды таҙартыу, төҙөкләндереү, халыҡты утын, таҡта менән тәьмин итеү – көнүҙәк мәсьәлә. Фәнни эшмәкәрлекте дауам итеү, экологик мониторинг ойоштороу ҙа мөһим. Был йәһәттән дә берлектә эшләү зарур. Экологик мәҙәниәтте үҫтереү эше быға тиклем дә үҙ-ара кәңәшләшеп, ойошоп башҡарылды. Мәҫәлән, Мәләүез ҡалаһында, Мораҡта үткәрелгән Бөтә донъя хайуандарҙы яҡлау көнө, Ҡыҙыл китапҡа арналған “Улар йәшәргә тейеш!” конкурсын ғына ла телгә алып китеү етә. Унда йәш буйынса сикләү юҡ, теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Киләсәктә “Тәбиғәт хәбәрсеһе” гәзите лә үҙгәрәсәк, айырым Интернет-сайт булдырыу күҙаллана. Ошо маҡсаттарға ирешеү өсөн сығымдар кәрәк. Әле “Башҡортостан Уралы” биорезерватына комплекслы идара итеү планы эшләнә, республика һәм федераль бюджеттарға заявка әҙерләнә. Биосфера резерваты – ҡатмарлы механизм. Ул тәбиғәтте һаҡлауға һәм урындағы йәмғиәтте үҫтереүгә хеҙмәт итергә тейеш. Изге маҡсаттар бойомға ашһын өсөн тәбиғәт һаҡсылары, дәүләт органдары, эшҡыуарҙар һәм урындағы халыҡ бергә тупланһын ине.


Вернуться назад