Тағараҡ элдек ҡоштарға23.03.2013
Тағараҡ элдек ҡоштарға Ҡыш – беҙҙең яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡта һаҡлау өсөн беҙҙең мәктәптә йыл һайын “Тағараҡ” экологик акцияһы үткәрелә. Уның барышында балалар “Иң матур”, “Иң уңайлы”, “Иң шәп” ҡоштар “ашханаһын” әҙерләү буйынса көс һынаша. Башланғыс кластар уҡытыусыһы Эльвира Хәмиҙуллина уҡыусыларға асыҡ дәрестә ҡоштар тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне, уларға ярҙам итергә саҡырҙы. Балалар беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да бик яҡшы белә. Тыуған яғын, тәбиғәтте яратҡан кескәйҙәр булған саҡта киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусыларға ата-әсәләре был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. Был эштең һөҙөмтәһе – мәктәп янында үҫкән ҡайындарға эленгән тағараҡтар. Уҡыусылар ҡоштар өсөн ниндәй генә “ашханалар” эшләмәгән! Балаларҙың фантазияһы шул тиклем бай булып сыҡты. Мәктәп янынан үткән кешеләр был тағараҡтарға һоҡланып ҡарай. Эш бының менән генә бөтмәй. Уҡыусылар уларға ем һалып торорға ла онотмай. Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр кем быны иҫендә тоторға тейеш. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ярҙамға мохтаж булғанда ситтә ҡалырға ярамай.


Вернуться назад