“Башҡортостан”ды күп йылдар алдырам. Гәзит йылдан-йыл күркәмләнә. Биҙәлеше лә уҡыусыларҙы йәлеп итәлер, моғайын. Алдағы ярты йыллыҡҡа ла яҙылып ҡуйҙым. “Башҡортостан – ғәзиз ерем” конкурсы тураһында уҡығас, тыуған яғымдың матурлығын фотоһүрәтем аша бөтә республикаға данларға булдым. Фотоһүрәттә һеҙ күргән Еҙем йылғаһы Таш-аҫты һәм Имәндәш ауылдарын айырып тора. Мәғрур Уҡлыҡая бөгөн дә Салауат батырҙың уҡ-һаҙаҡтарын һаҡлаған данлыҡлы мәмерйәләре, гүзәл тәбиғәте менән бар кешене хайран ҡалдыра. Уға һыйынып ултырған бәләкәй генә Таш-аҫты ауылында эшһөйәр кешеләр йәшәй, һәм ул абруйлы шәхестәр сыҡҡан ауыл булараҡ билдәле. Йәй көндәрендә Уҡлыҡая мәмерйәһенә төрлө яҡтан туристар ағыла. Уның аръяғында данлыҡлы Киндерле мәмерйәһе бар, бында ла илдең төрлө төбәгенән киләләр. Ташаҫтыла беренсе тапҡыр башҡортса “Ауыл өҫтөндә йәйғор” исемле тулы метражлы нәфис фильм төшөрөлдө. Бына ниндәй мөғжизәләргә бай минең тыуған яҡтарым. Күп йылдар Еҙем йылғаһы аша һыу кисеп ыҙалаған халыҡҡа заманса аҫылмалы күпер төҙөлөү ҙә донъяны йәмләне. Был эште атҡарыуҙа яҡташыбыҙ Шәүрә Ғилманованың ярҙамы ҙур булды.