Ҡотлайбыҙ!23.03.2013
Ҡотлайбыҙ!Ғафури районының Йөҙимән ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Өфө ҡалаһында йәшәгән Зәмбилә Рәшит ҡыҙы Назырованы 55 йәшлек күркәм юбилейы айҡанлы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бар тәбиғәт сафлыҡҡа, камиллыҡҡа ынтылып, бөрөләр шартлап ярылған сихри бер мәлдә донъяға килеүе осраҡлы түгел коллегабыҙҙың. Ул — ныҡлы һүҙле, айыҡ аҡыллы, киң ҡарашлы кеше. Зәмбилә Рәшит ҡыҙы бар ғүмерен изге эшкә — балаларға тәрбиә биреүгә бағышланы. Һөнәрен яратҡан, илһамланып, дәртләнеп тир түккән көслө хеҙмәткәр — директорҙың урынбаҫары ул. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се башҡорт республика балалар йортонда эшләй, балалар күңеленә тәрбиә орлоҡтары һала башлауға инде ике тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үткән. Үҙенсәлекле ғүмер, шатлыҡлы ла, һағышлы ла мәлдәр, бәхетле минуттар — быларҙың барыһы ла кисерелгән сабыйҙар менән ҡайнап йәшәү дәүерендә. Ике бишле алған көнөгөҙҙә беҙҙең менән бергә булыуығыҙ — ҙур ҡыуаныс. Әлегеләй сая, көслө рухлы, тынғыһыҙ хеҙмәткәр булып ҡалығыҙ, хөрмәтле Зәмбилә Рәшит ҡыҙы! Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң, Беҙ барыбыҙ ошо теләктә. Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Хеҙмәттәштәрегеҙ.


Вернуться назад