Ҡоймаҡтары түп-түңәрәк23.03.2013
Ҡоймаҡтары түп-түңәрәк Православие динендәгеләрҙең Ҡышты оҙатыу байрамы (Масленица) тамамланһа ла, ҡоймаҡ һәр кемдең бала саҡтан яратҡан ризығы булып ҡала. Оҫта хужабикә тиҙ генә уларҙың төрлөһөн ҡоя белергә тейеш. Иғтибарығыҙға бер нисә рецепт тәҡдим итәбеҙ. "Селтәрле" ҡоймаҡ Мискәгә өс йомортҡа һытабыҙ. Бер сәй ҡалағы тоҙ менән шунса уҡ шәкәр һалып туғыйбыҙ. Әҙер массаға 200 мл һөт ҡойоп тағы бутарға. Шунан ҡуйы ҡаймаҡ кеүек масса килеп сыҡҡансы он (280 г) һалып йәнә туғыйбыҙ. Уға ҡалған һөттө (300 мл) өҫтәп бутайбыҙ. Бик шыйыҡ килеп сығырға тейеш. Әгәр ҡамырға ярты стакан ҡайнар һыу ҙа ҡушһаң, ҡоймаҡ селтәрле, үтә йоҡа килеп сығасаҡ. Өс аш ҡалағы үҫемлек майы һалып бутағыҙ ҙа 15-20 минутҡа ситкә ҡуйып тороғоҙ. Ҡыҙыу табаны әҙ генә майлайбыҙ ҙа йоҡа ғына итеп ҡоябыҙ. Бәшмәк менән Ике-өс йомортҡаға өс аш ҡалағы шәкәр, бер сәй ҡалағы осонда тоҙ ҡушып туғыйбыҙ. Бер литр һөт өҫтәйбеҙ. Яҡшылап бутарға ла яйлап ҡына туғый-туғый 1,5 стакан он һалырға. Ҡамыр кефирға оҡшарға тейеш. Ике-өс аш ҡалағы үҫемлек майы ҡушып, ҡыҙған табала йоҡа ғына итеп ҡойорға. Эслек итеп күңелегеҙ ни теләй, шуны һалырға була. Алма, мәк менән йөҙөм, ҡайнатма, ҡуйыртылған һөт, икра, ҡаймаҡ — кем нимә ярата. Бөгөн иһә бәшмәк менән эслек яһарға өйрәтмәксебеҙ. 250-300 грамм бәшмәкте йыуып, киптерегеҙ ҙә ваҡ итеп турағыҙ. Бер баш ҙур ғына һуғанды турағыҙ, уны бәшмәккә өҫтәп, үҫемлек майында ҡыҙҙырығыҙ, тоҙ менән борос ҡушығыҙ. 15-20 минут ябыҡ табала, аҙаҡ 10-15 минут асыҡ килеш ҡыҙҙырығыҙ. Һыуынғас, уны ҡоймаҡҡа төрөгөҙ. Алма һәм ҡара ҡарағат менән Ҙур мискәгә 120 г он һалығыҙ ҙа уртаһын ҡалаҡ менән уйығыҙ. Шунда бер йомортҡа, бер аш ҡалағы үҫемлек майы һәм 150 мл һөт ҡушып ныҡ итеп туғығыҙ. Ҡалған 150 мл һөттө әкрен генә ҡушып тағы туғырға. Эслек әҙерләү. 450 г алманы таҙартып турағыҙ. Кәстрүлгә һалып, шунда 220 г ҡара ҡарағат менән 50 мл һыу һалығыҙ. Ҡапҡасын ябып, 10-15 минут талғын утта тоторға. 30 г самаһы көрән шәкәр ҡушырға ла мөмкин. Ҡоймаҡты ғәҙәттәгесә ысул менән ҡойоп алғас, һәр береһенә эслекте һалып төрөгөҙ. Ҡаймаҡ һәм сәтләүек менән ҡушып бирергә була. Ҡәһүәле Ҡоймаҡтың был экзотик төрөн дә әҙерләп ҡарағыҙ, бәлки, оҡшар. 150 мл самаһы ҡаты итеп ҡәһүә эшләгеҙ һәм һыуытығыҙ. 50 мл һөт, бер йомортҡа, өс сәй ҡалағы шәкәр һәм бер сәй ҡалағы тоҙ һалып, ныҡ итеп туғығыҙ. 150 г ондо иләк аша яйлап ҡына ҡойоғоҙ. Был осраҡта ҡоймаҡ ҡабарынҡы килеп сығасаҡ. Әҙер ҡамырға бер аш ҡалағы йылы аҡ май ҡушығыҙ, үҫемлек майын мул ғына өҫтәп, табала ҡойоғоҙ. Әҙер ҡоймаҡты бал, һөт өҫтө, ваҡланған сәтләүек менән бирергә була. Шулай ҙа иң тәмлеһе — аҡ май йәки шоколад менән ашау.


Вернуться назад