Урын талап итәләр22.03.2013
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, әле республикалағы 1644 мәктәпкәсә учреждениеның 1622-һе муниципаль милектә. Лицензияға эйә шәхси балалар баҡсалары — 12, ведомство ҡарамағындағылар — 10.
Урын етмәү мәсьәләһен яйға һалыу маҡсатында башҡарылған эштәр — яңы учреждениелар төҙөү, иҫкеләрен яңыртыу, элек мәғариф өлкәһенә ҡараған биналарҙы ҡайтарып алыу, ғаиләләргә компенсация түләү, сабыйҙы ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡалдырып тороу мөмкинлеге биргән төркөмдәр булдырыу һәм башҡа саралар — менән бер рәттән, шәхси балалар баҡсалары асыу бурысы ҡуйылғайны. Әммә был йәһәттән һөҙөмтә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкселегендә ойошторолған “түңәрәк өҫтәл” тап ошо мәсьәләләргә арналды.
Тема буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.