Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:— Бисмилләһир-рахманир-рахим!
Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Ислам дине нигеҙҙәренең береһе — намаҙ уҡыу. Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм был изге ғәмәлде “Исламдың терәге” тип атаны. “Кем дә кем намаҙҙы үҙ ваҡытында үтәй, шул динен аяҡҡа баҫтыра, уны көсәйтә, нығыта, ә инде уға иғтибарһыҙ булһа, киреһенсә, көсһөҙләндерә, зәғифләндерә”, — тине.
Намаҙ — Аллаһ Тәғәләнән бирелгән бөйөк ниғмәт. Уны уҡыу өсөн, әлбиттә, беренсе сиратта ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк. Аллаһ Тәғәлә һәр намаҙҙы айырым бер ваҡытҡа бүлгән. Әгәр ошо мәлдәргә ярашып йәшәһәк, сәләмәтлегебеҙ ныҡ, эшебеҙҙә лә, тормошобоҙҙа ла бәрәкәт булыр.
Иртәнгеһе шәфәҡ ҡалҡып, ҡояш тыуғанға ҡәҙәр уҡыла. Был сихри мәлдә бөтөн тәбиғәт уяна, һауа саф. Шул ваҡытта мосолман кешеһе тороп, тәһәрәтләнеп, пакланып, мәсеткә бара.
Икенсеһе — өйлә намаҙы — ҡояштың иң юғары кимәлгә күтәрелгәндән һуң саҡ ҡына ауыша башлаған ваҡытынан башлап уҡыла.
Артабан икенде, аҡшам, йәсиғ намаҙҙары башҡарыла. Уларҙан тыш ваҡытты мосолман эшкә бағышларға тейеш.
Намаҙҙың хикмәттәре бихисап. Мәҫәлән, һәр ҡайһыһы алдынан әҙәм балаһы тәһәрәтләнә, тимәк, паклана, сафлана. Һыуы — үҙе үк ҙур хикмәт. Ул бар икән, тереклек тә йәшәй.
Намаҙ — хәрәкәт тә ул. Аяғөҫтө баҫып торғанда иң беренсе ҡиблаға ҡарайбыҙ. Уның да үҙ хикмәте бар — бөтөн мосолман бер яҡҡа йүнәлә. Ниәтләнеп, намаҙға инеп киттек икән, төрлө донъя мәшәҡәттәренән ситләшәбеҙ. Тимәк, мейе ял итеп, уға яңы фекер килә.
Әҙәм балаһының быуындары хәрәкәтләнә икән, унда йәшәү дауам итә, тигән һүҙ. Ғөмүмән, Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: “Күңелемдең иң ҙур шатлыҡ тапҡан ваҡыты намаҙҙа булды”, — тигән, уны уҡырға бойорған икән, тимәк, уның эсендә иҫәпһеҙ хикмәт бар, әле беҙ белмәгәндәре лә бихисап.
Аллаһ Тәғәлә һәммәбеҙгә лә намаҙҙы өйрәнергә, уны уҡырға насип итһә һәм шуның менән намаҙҙың хикмәттәренә ишекте асыҡ ҡылһа ине. Амин.