Ете тарафтан ете хәбәр22.03.2013
“Илһам шишмәләре” урғылды
Бәләбәй ҡалаһында “Илһам шишмәләре-2013” төбәк-ара шиғриәт фестивале бара.
Бөгөн ҡаланың Үҙәк мәҙәниәт һарайында ҡәләм оҫталарын тәбрикләйәсәктәр.
Фестивалдә башҡорт, урыҫ, татар, сыуаш әҙиптәренә райондың Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премияһын тапшырыу күркәм йолаға әйләнде. Быйыл был мәртәбәле бүләккә танылған ижадсылар Барый Ноғоманов, Алла Докучаева, Рауил Шаммас, Рәйсә Сәрби лайыҡлы тип табылды.
А. АБҘАҠОВ.
Ҡыйыҡ ниңә емерелгән?
Үткән аҙнала ҡалалағы йорттарҙың береһендә йәшәүселәрҙе аварияға бәйле икенсе урынға күсергәйнеләр. Пархоменко урамындағы дүрт ҡатлы йорттоң ҡыйығының бер өлөшө ишелеп төшкән булған.
Үткәрелгән экспертиза һөҙөмтәләре әҙер. Ғәҙәттән тыш хәлгә ҡыйыҡта йыйылған епшек ҡар сәбәпсе икән. Коммуналь хеҙмәттәр уны ваҡытында көрәмәгән. Икенсе сәбәп — төҙөлөш компанияһының үҙ эшенә яуаплы ҡарамауы. Документтар буйынса ҡыйыҡ металл черепица менән ябылырға тейеш, ғәмәлдә иһә ябай профнастил менән ҡапланған.
Салауат ҡалаһы хакимиәтенең
мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Онотҡан өсөн яза
Благовещен районы хакимиәте башлығының урынбаҫарына граждандар мөрәжәғәтен ҡарау тәртибен боҙғаны өсөн штраф һалынды.
Ҡалала йәшәүселәр район Советы депутаттарының береһенә ебәргән хатта әйтелеүенсә, улар йәшәгән йорт төҙөкләндерелгән, тик документтарҙа эш күләме күпкә арттырылып күрһәтелгән. Депутат был һорауҙы асыҡлар өсөн район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткән. Уның һорауына ете көн эсендә яуап бирергә тейеш булғандар. Хат ваҡытында килгән, ләкин чиновник уға тейешле иғтибар бүлмәгән.
Башҡортостан Прокуратураһы сайтынан.
Төҙөлөш йылдам бара
Баймаҡ ҡалаһының “Малыш” биҫтәһендә балалар баҡсаһы төҙөү йылдам бара. “Баймаҡ” ПМК-һы йәмғиәте прорабы И. Кәримов белдереүенсә, бөгөн бында һигеҙ бригада йәлеп ителгән. Ошо көндәрҙә буяу-һылау эштәрен башҡарыр өсөн тағы бер төркөм эшсе киләсәк.
Балалар баҡсаһының ҡыйығы заман талаптарына ярашлы материал менән ябыласаҡ. Ойошманың үҙ оҫтаханаһында әҙерләнгән тәҙрәләр, ишектәр ҡуйыла. Сантехниктар инженер селтәрен үткәрә, электр монтажсылары ла эшен теүәл башҡара. Ошо көндәрҙә “Газ-сервис” йәмғиәтенең Баймаҡ участкаһы бинаға газ һуҙыуға тотонасаҡ.
“Һаҡмар”.
Иң һылыуҙар һайланды
Мишкә ауылында 16 – 28 йәшлек ҡыҙҙар араһында тәүге тапҡыр “Саскавий” (“Сәскә”) матурлыҡ конкурсы үтте. Сараның төп маҡсаты — мари халҡының йолаларын тергеҙеү, һаҡлау, йәш быуынға еткереү.
Гүзәллек бәйгеһендә 15 ҡыҙ ҡатнашты. Улар араһында мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа, эшләп йөрөүсе һылыуҙар ҙа бар ине. Ҡатнашыусылар йыр, таҡмаҡ, халыҡ бейеүҙәрен башҡарыу, шиғыр уҡыу, халыҡ мәҙәниәтен һәм йолаларын белеү, милли костюм тәҡдим итеү кеүек һынауҙар аша үтте.
Мишкә районы сайтынан.
Һаҡсыл ҡараш тәрбиәләйҙәр
Яңауылдың Йәш техниктар станцияһында Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылына арналған экологик күргәҙмә асылған. Бында шөғөлләнгән балалар 250-гә яҡын әйбер тәҡдим иткән.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: барлыҡ экспонаттар ҙа полиэтилен, ҡағыҙ, ҡатырға, резина, быяла, бысҡы вағы кеүек ҡалдыҡтарҙан эшләнгән. Күргәҙмә аҙна аҙағына тиклем эшләйәсәк.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.
Уйын башы — фатиха
Бөрйән районында көньяҡ-көнсығыш райондар хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы булды.
Ярыш көсөргәнешле барҙы, айырыуса волейбол уйыны сәмле үтте. Ильяс Мырҙағолов, Ғайса Хәлитов, Рәшит Монасипов, Айҙар Ишниязов, Рөстәм Шәрипов, Артур Буранғоловтарҙан торған команда, бөрйәндәрҙе ҡыуандырып, беренсе урынға сыҡты. Хәйбуллалар – икенсе, әбйәлилдәр өсөнсө урынды яуланы.
“Таң”.