Кеше ғүмере миҙгелдәрҙән тора, тиҙәр. Һәр миҙгелдең үҙ йәме, үҙ хозурлығы. Ошо ап-аҡ ҡышта һөйөклө ҡатыным Сәүиә Хәбир ҡыҙы Фәхрисламова (Хөсәйенова) баҡый донъяға күсте.
Ҡәҙерле тормош иптәшем 1933 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Һаҡай ауылында тыуып үҫкән. Беҙ уның менән баш ҡалала осрашып, өйләнештек һәм бик матур, татыу ғүмер кисерҙек. Ул оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһындағы телефон аппараттары етештереү заводында эшләне. Бик уңған, һөйкөмлө, изге күңелле, тырыш булғанға, эшендә ҙур хөрмәт, хеҙмәттәштәре араһында абруй ҡаҙанды. Ғаиләлә һөйөклөм йомшаҡ һүҙе, ихлас күңеле менән үҙенә тартып торҙо. Туғандарына терәк һәм ярҙамсы булды.
Сәүиә Хәбир ҡыҙы тураһында изге хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә оҙаҡ һаҡланыр, уны туғандары, дуҫ-иштәре, күршеләре иҫкә алыр.
Ауыр тупрағы еңел булһын, йәне ожмахҡа инһен!
Тормош иптәше Ғилметдин ФӘХРИСЛАМОВ.