Был дата һыу ятҡылыҡтарын һаҡлауға, эсәр һыу мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү өсөн булдырылған. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы белгестәре әйтеүенсә, планета халҡының 40 проценты санитария талаптарына яуап бирмәгән һыу эсә. Сифатһыҙ һыу ҡулланыу сәбәпле барлыҡҡа килгән ауыр сирҙәрҙән һигеҙ секунд һайын бер баланың ғүмере өҙөлә. Ғөмүмән, күп ауыр сирҙәрҙең сәбәбен табиптар һыу сифатының түбән булыуына бәйләй. Бөгөн һыу етешмәүҙән донъяла 70 миллиондан ашыу кеше ыҙа сигә, ә 2025 йылға был һандың 3 миллиард самаһына етеүе ихтимал.
Һыу составын ғалимдар әлегә тиклем тикшерә һәм яңынан-яңы ҡыҙыҡлы асыштар яһай. Яман шеш, аш һеңдереү, эндокрин системаһы ауырыуҙары, тыумыштан килгән сирҙәр нәҡ эсәр һыуҙың сифатына бәйле икән. Һыу сығанаҡтарының торошо халыҡтың сәләмәтлегенә туранан-тура йоғонто яһай, тип иҫәпләй белгестәр.
Йортобоҙға ҙур-ҙур шешәләр менән һыу алып килеүҙәрен күрергә яҙһа, билләһи, өләсәйем шаҡ ҡатыр ине. Тереклек сығанағы булған эсәр һыуға ҡытлыҡ та — өлкән быуын кешеләре өсөн башҡа һыймаҫ хәл. Донъяла йылдан-йыл эсәр һыуҙы һаҡсыл ҡулланыу тураһында һүҙ ҡуйыра. Экологтар ҙа уны самаһыҙ тотоноуҙан, тәләфләүҙән туҡтарға саҡыра. “Һыу ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә” тигән мәҡәлдең айышына беҙ төшөнә башланыҡ та шикелле. Һуңғы бер нисә йылдағы ҡоролоҡ күптәргә һабаҡ булды.
Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе ҡайһы бер төбәктәрҙә айырыуса киҫкен тора. Республикала был проблеманы айырым маҡсатлы “Таҙа һыу” программаһы ярҙамында хәл итәләр. Шулай ҙа йәмәғәтселек был мәсьәләгә нисек ҡарай икән? Ошо һорауға яуап алыр өсөн гәзит уҡыусыларға мөрәжәғәт иттек.
Рәсимә ҠОТОШОВА, Өфө районы, Чернолес ауылы:— Беҙҙең ауылда һыу мәсьәләһен күптән хәл итеү зарур. Үткән быуаттың 80-се йылдарында һалынған торбалар туҙған, эшлектән сығып бара, уларҙы ремонтлағандарын хәтерләмәйем. Торбаларҙан йыш ҡына тутлы һыу аға. Шуға өс литрлыҡ банкаларға ҡойоп, туты аҫҡа төшкәнен көтәм, унан күмерле фильтр аша үткәрәм. Ҡышын һыу ҡатмарлыҡ тыуҙырмай, ә бына йәй еттеме — мәхшәр! Бында, миңә ҡалһа, ҡыш буш торған өйҙәренә йәй йәшәргә килгән байҙар ғәйепле, сөнки улар тәүлек әйләнәһенә йәшелсәһенә һыу һиптерә, бассейндарына һыу йыя. Түбәнге яҡҡа шул сәбәпле һыу етмәй. Беҙ уны бурҙар кеүек төндә генә феләктәргә тултырабыҙ. Был мәсьәләне хәл итеүҙе һорап ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәнек — файҙаһыҙ. Хәйер, бөтөн Өфө районында һыу мәсьәләһе киҫкен тора.
Фирүзә ХӘЛИЛОВА, Яңауыл районы:— Бынан бер нисә йыл элек яңы йорт һалып сыҡтыҡ та скважина бырауланыҡ. Ҡалала бит һыуҙың һәр литры өсөн түләргә кәрәк. Ауыл кешеһенә был йәһәттән еңелерәк. Ҡоролоҡтоң йоғонтоһо булғандыр, йәй буйы ҡомло һыу сыҡты.
Дөйөм алғанда, районыбыҙҙа һыуға һаҡсыл ҡараш һиҙелеп тора. Шишмәләребеҙ байтаҡ. Уларҙың күпселеге кәртәләп алынған, таҙартыла. Ғөмүмән, эсәр һыу проблемаһы экологик хәлгә бәйле. Тәбиғәтте бер туҡтауһыҙ файҙаланып булмай бит. Уны һаҡларға, ҡурсаларға кәрәк.
Әкрәм МӨЛӨКОВ, Ишембай ҡалаһы:— Бынан байтаҡ йыл элек Японияла шишмә һыуын шешәгә тултырып һатыуҙары тураһында уҡып ғәжәпләнгәйнем. Был көн беҙгә лә килеп етте. Ғүмеребеҙҙең оҙонлоғо эсәр һыу сифатына бәйле икәнен әле саҡ аңлай башланыҡ шикелле. Ғөмүмән, экология проблемаларын хәл итеүҙе тәү сиратта һәр кем үҙенән башларға тейеш. Шул осраҡта ғына тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында һөйләргә мөмкин буласаҡ.