Беҙ үгәй бала түгел22.03.2013
Беҙ үгәй бала түгел“Башҡорт донъяһы” ҡушымтаһында республикала һәм сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошон яҡтыртыуҙы, уларҙың ҡаҙаныштарын һәм проблемаларын күрһәтеүҙе төп маҡсат итеп ҡуйғанбыҙ. Бөгөн ошо йүнәлештәге эшкә бөтә ғүмерен тиерлек арнаған шәхес — Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге төбәк йәмәғәт фондының башҡарма директоры Әлтәф Әтрәф улы ҒӘЙФУЛЛИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

— Яңы башҡорт милли хәрәкәтен тергеҙеүҙә ҡатнашҡан әүҙем кешеһегеҙ. Гәзит уҡыусыларҙы ошо хаҡта ентекләберәк таныштырығыҙ әле. Милли хәрәкәткә нисек ылығып киттегеҙ?
— Башҡортостанда милли ойошмалар Советтар Союзы тарҡалғас, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килә башланы. 1988 йылда иң тәүгеләрҙән булып “Аҡ тирмә” булдырылды, икенсе йылына “Урал” башҡорт халыҡ үҙәген төҙөнөк. Был Башҡортостанда милли хәрәкәттең тергеҙелеү, яңы осорға аяҡ баҫыу ваҡыты ине. Ул эштәрҙә башлыса ғалимдар, тарихсылар ҡатнашты. Мин улар араһында берҙән-бер техник белемле кеше инем. Оҙаҡ йылдар тимер юлда эшләһәм дә, ижтимағи тормошта бәләкәйҙән ҡатнаштым, төрлө урында комсорг булдым.
Йәш саҡта аҡса эшләү маҡсатында күрше өлкәгә сығып киттем. Силәбе ҡалаһында уҡығанда Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәремдең яҙмышы Беҙ үгәй бала түгелменән ҡыҙыҡһына башланым, уларҙың хәлен күреп-белеп йөрөнөм. Аҙаҡ Өфөгә килеп төпләндем һәм милли хәрәкәттең эшендә ҡатнаша башланым. Бына инде 25 йыл шул эштән ситкә тайпылған юҡ.
Сәйәси эшмәкәрлек менән дә шөғөлләнергә тура килде. 90-сы йылдарҙа башҡорт халыҡ фирҡәһе төҙөнөк. Рәйесе Ғәлим Хисамов ине, аҙаҡ Рауил Ниғмәтуллин үҙ өҫтөнә алды, мин уларҙың беренсе урынбаҫары булдым. Әммә, Рәсәй законы үҙгәреп китеүе сәбәпле, 1994 йылдан милли партиялар бөтөрөлдө, һәм беҙ Башҡортостандың халыҡ партияһы тип исемен үҙгәрттек. Ул 2003 йылға тиклем эшләне, шунан тағы закон үҙгәрҙе, төбәк партиялары ла тыйылды.
— Һеҙҙе башҡорт ҡоролтайҙарын ойоштороусыларҙың береһе булараҡ та беләбеҙ. Шул осор тураһында һөйләгеҙ әле.
— 1917 – 1918 йылдарҙа, халҡыбыҙ өсөн ауыр осорҙа, башҡорт ҡоролтайҙары үткән. Шул турала уйланыҡ та донъялағы барлыҡ милләттәштәребеҙҙе бергә туплап, шундай уҡ ҙур йыйын ойошторорға ҡарар иттек. Уның исемен билдәләү буйынса бәхәстәр күп булды, “бөтә” тип тә алдыҡ, “бөтөн” тип тә ҡараныҡ. Филологтар менән кәңәшләшеп, конгресты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тип атаныҡ. Ҙур сараны йәмәғәт ойошмалары кимәлендә генә үткәреү мөмкин түгел ине. Тиҫтәгә яҡын ижтимағи берекмә исеменән Башҡортостан Президентына хат яҙғас, күп тә үтмәй Указ сыҡты, һәм 1995 йылд I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Ҡабул иткән документтарҙы халыҡ белә, тәү маҡсатыбыҙ халыҡты туплау ине. Ҡоролтай быға этәргес көс бирҙе.
Башҡорттар Рәсәйҙең 28 төбәгендә тупланып йәшәй, БДБ дәүләттәренең бөтәһендә лә, бүтән сит илдәрҙә лә бар. Был ҡоролтайҙар уларға бик кәрәк. Тамырыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе онотмаҫ өсөн аралашыу мөһим. Бөгөн күп төбәктәрҙә урындағы башҡорт ҡоролтайҙары эшләй. Әүҙемдәре лә, һүлпәнерәктәре лә бар. Барыһы ла йәмәғәт башланғысында йөрөй.
Донъя кимәлендәге башҡорт ҡоролтайҙары, белеүегеҙсә, Өфөлә 1995, 2002 һәм 2010 йылдарҙа үтте. Уларҙың бөтәһендә лә ойоштороусыларҙың береһе булдым, һәр ҡайһыһында башынан аҙағынаса ҡатнаштым.
— Улар үҙ алдына ҡуйған маҡсаттарға өлгәштеме?
— Тәүгеһе тантаналы сара кеүегерәк булды. Башҡортостанды күрһәтеү, танытыу, сит илдәрҙә йәшәгәндәрҙе барлау маҡсатына өлгәшелде. Унда әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул ителде.
Икенсе Ҡоролтай иһә күпкә эшлеклерәк төҫ алды. Тәүгеһенән һуң ете йыл ваҡыт үтеп киткәйне, дөйөм йомғаҡ яһалды. Әлбиттә, йыйындарҙың береһен дә исем өсөн үткәрелде, файҙаһы булманы, тип әйтә алмайым. Яҡшы яҡтары күп. Мәҫәлән, тәүге Ҡоролтайға тиклем Өфөлә бер бөртөк башҡорт гимназияһы булһа, аҙаҡ улар ике тиҫтә самаһына етте. Был да — ҡаҙаныш.
— Ә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының эшен нисек баһалайһығыҙ?
— Һуңғы арала йәнләнеү һиҙелә. Бөтә комиссиялар ҙа эшләй. Яҡындан күрмәгән-белмәгән кеше генә тәнҡитләргә әүәҫ. Әммә эшләгәнде күрә лә беләйек. Оҙаҡламай Ҡоролтайҙың тырышлығы менән бөтә ырыуҙарҙың да йыйыны үтәсәк, Торатау янына һәйкәл ҡуйыласаҡ. Территориаль йәмәғәт үҙидараларын булдырыу башланғысы ла хупланды. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар клубтары тергеҙелә, “Айыҡ ауыл” конкурсы дауам итә. Һанай китһәң, ысынлап та, башҡарылған эш байтаҡ. Был эштәрҙә бөтә башҡорттар ҙа ҡатнашырға тейеш.
Башҡарма комитеттың эшмәкәрлегенә ҡағылышлы һорауҙар ҙа юҡ түгел. Нисек кенә булмаһын, ул башҡорт халҡының берләштереүсе, йүнәлеш биреүсе органы булырға тейеш. Милләтте үҫтереү өсөн Хөкүмәткә төрлө программалар, проекттар тәҡдим итергә, уларҙы тормошҡа ашырырға ярҙамлашырға бурыслы. Әле күптән түгел Рәсәйҙә мәғариф тураһындағы закон үҙгәрҙе бит, бында ҡоролтай бик әүҙем эшләне, тәҡдимдәрен индерҙе. Бөгөн башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнергә хоҡуғыбыҙ бар икән, был йәһәттән әүҙем йәмәғәтселәребеҙгә бурыслыбыҙ. Әлбиттә, маҡтау менән артыҡ мауыҡмай, тағы ла нығыраҡ, күберәк эшләү мотлаҡ.
— Милләтте борсоған проблемаларға күсә башланыҡ, ахырыһы. Тағы нимәләрҙе билдәләп китер инегеҙ?
— Үкенескә ҡаршы, бөгөн беҙҙә милли мәсьәләләр менән шөғөлләнгән махсус министрлыҡ юҡ. Башҡортостанда 4 миллион самаһы кеше, 150-гә яҡын милләт вәкиле йәшәй. Удмурт Республикаһына барып һоҡланып ҡайтҡайным: унда 1,5 миллион ғына кеше көн итә, ә милли сәйәсәт буйынса айырым министрлыҡ булдырғандар. Халыҡтар дуҫлығы йорто ла күҙ ҡыҙырлыҡ ҙур, мөһабәт бинала урынлашҡан. Татарстанда ла шундайыраҡ хәл: Татар конгресы өс ҡатлы бинаны биләй, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән. Беҙҙең башҡарма комитет иһә 1995 йылдан алып дүртенсе бинаны алмаштыра. Дөрөҫөн әйткәндә, күсенеп йөрөргә мәжбүр.
— Әңгәмә башында сит төбәктәрҙә йәшәүсе милләттәштәр менән эшләүегеҙ тураһында әйтә биреп ҡуйғайнығыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо хаҡта ентекләберәк һөйләшәйек әле.
— 2000 йылда башҡарма комитетта беренсе урынбаҫар булараҡ Һамар, Һарытау, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе, Свердловск өлкәләрен, Пермь крайын, Татарстан, Удмурт республикаларын арҡырыға-буйға йөрөп сыҡтым. Мин булмаған башҡорт ауылы, ҡалаһы ҡалмағандыр, моғайын. Силәбе, Ырымбур яҡтарында эш баштан уҡ һәйбәт ойошторолған булһа, башҡортто бигерәк үгәйһеткән төбәктәр ҙә бар икән. Улар менән эшләүҙе төп маҡсатым иттем.
— Һүҙ ҡайһы төбәк тураһында бара?
— Пермь крайында (ул саҡта өлкә ине) йәшәгән гәйнә башҡорттарының хәле бик ауыр. Шул тарафтарға юлландым һәм ярты йыл самаһы йөрөнөм. Улар әҙәби башҡорт телен өйрәнеү мөмкинлегенән мәхрүм, етәкселәре күп йылдар был мәсьәләгә һалҡын ҡараған. Ә иң ғәжәбе — унда 90-сы йылдарҙа татар-башҡорт милли-мәҙәни автономияһы төҙөлгән булып сыҡты. Тауыш сығарҙым, “Татар-башҡорт” тигән милләт юҡ, — тинем. Ике милләт араһындағы һыҙыҡ урынына “һәм” тип яҙҙыртыуға өлгәштек. Икенсенән, автономияның исеме татар-башҡорт тип аталһа ла, башҡорт өсөн бер нәмә лә эшләнмәгән. Пермдә берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы бар, тик уның атамаһы ғына шулай — ысынбарлыҡта татарса уҡыталар. Иң үкенеслеһе — хәҙер гәйнә башҡорттары татарса һөйләшә. Тәүге Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып килгән 17 кешенең береһе генә башҡорт милләтенән булып сыҡты.
Ошо проблемаларҙы ныҡлап өйрәндем, ул яҡтарҙа оҙаҡ булырға тура килде. Һөҙөмтәлә Чернушка, Чайковский, Уҫа, Пермь ҡалаларында, Барҙа, Пермь, Көнгөр, Октябрь, Урҙа, Уин һәм башҡа райондарҙа ун ҡоролтай төҙөнөк. Быға күп көс һалынды, ҙур ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тура килде. Бөгөн ул ҡоролтайҙар эшләй, шулай ҙа ул ваҡытта өлкә ҡоролтайын төҙөргә мөмкинлек бирмәнеләр. Йәнәһе, башҡорттарҙың күп өлөшө Чернушка ҡалаһында йәшәй, унда төбәк ҡоролтайы булдырҙығыҙ — шул еткән. Башҡорттар бит әллә ҡайҙан килмәгән, ә төп халыҡ булараҡ ғүмер баҡый ошонда йәшәй. Шуны аңларға теләмәйҙәр. 2002 йылда татар һәм башҡорт автономияһы менән берлектә һабантуй ойошторғайныҡ, унда ла Башҡортостандан килгән делегацияға һалҡын ҡараш тойолдо. Аҙаҡ губернатор, уның урынбаҫарҙары менән килешеп эшләй башлағас ҡына ҡайһы бер уңыштарға өлгәшә алдыҡ.
— Кем быға ҡаршы һуң?
— Ҡаршылыҡ урындағы власть яғынан да, милли йәмәғәт ойошмалары тарафынан да булды. Имеш, улар дуҫ йәшәй, ә беҙ килеп, йәнәһе, бүлгеләп йөрөйбөҙ. 2000 йылда унда уҙған бер семинарҙа ҡатнашҡайным. “Ике халыҡ бер әсә һөтөн имеп үҫкән, беҙ — игеҙәктәр”, — тип хәбәр һаттылар. Тик бындағы хәл шундай: улар бер балаһын ашата, ә икенсеһен онота. “Һеҙ бындағы башҡортто үгәйгә әйләндергәнһегеҙ”, — тип әйтергә мәжбүр булдым. 60 мең милләттәшебеҙ үҙ телендә уҡый ҙа, һөйләшә лә алмай бит! Автономияға тип, бюджеттан аҡса алалар, тик уны бер халыҡтың мәнфәғәте өсөн генә файҙаланалар.
Крайҙа халыҡты тарихынан ситләштереү өсөн хатта ауыл исемдәрен үҙгәртеп бөткәндәр. Мәҫәлән, Яныбайҙың боронғо исеме Һаҙ. Уны бында, боҙоп, Енепаево тиҙәр. Бер телдә лә юҡ ундай атама! Исмәғил Тасимовтың ауылы Ҡуян булһа, уны Каяново тиҙәр, Ел башы иһә Ельпачихаға әйләнгән. Әҙәм көлкөһө был, ә ауыл исеме түгел.
Пермдән ҡайтып барғанда, “Каруанһарай” төркөмө менән Ҡуян ауылына инеп, концерт ҡуйып сыҡтыҡ. Иғлан-фәлән юҡ ине, клуб бикле, унда ун йыл буйы бер кем дә йөрөмәгән. Башҡорт төркөмөнөң килеүен белеп ҡалғас, халыҡ “һә” тигәнсе тултырҙы клубты, эркелеп килде. Тимәк, уларҙа башҡорт рухы йәшәй.
— Бөгөн дә Пермь башҡорттары ошондай хәлдәме?
— Ғәйеп уларҙың үҙҙәрендә лә бар, әммә ябай халыҡ ни генә эшләһен инде. Шулай ҙа хәлде үҙгәртеүгә өлгәштек. Башҡортостандан ярҙам була башлағас, әҙерәк күҙҙәре асыла, ахырыһы. 2001 йылдан алып балалары Башҡортостан уҡыу йорттарына ҡабул ителә, тәүге йылда уҡ Пермь крайынан 150 студент булыуға иреште. Был эш әле лә дауам итә
— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ситтәге милләттәштәребеҙгә тағы нисек ярҙам итә һуң?
— Ҡоролтай матди ярҙам күрһәтә алмай, был аңлашыла. Сит төбәктәрҙәге ҡоролтай етәкселәрен ҙурлайбыҙ, сараларға саҡырып торабыҙ, оҙаҡ йылдар эшләүселәренә юғары наградалар бирәбеҙ. Республиканың Мәғариф министрлығы ярҙамы менән машина-машина китап ебәреү әле лә дауам итә.
Тик, икенсе яҡтан, Башҡортостан “һауын һыйыры” түгел, бөтәһенә ярҙам итергә ҡулынан да килмәй. Сит төбәктәрҙә йәшәгән башҡорттар ундағы бюджетҡа һалым күсерә, ундағы иҡтисад үҫешенә өлөш индерә икән, милли, рухи-мәҙәни мәнфәғәттәре яҡланырға тейеш тә инде. Башҡортостан халыҡтарын үҫтереү буйынса программа булған кеүек, бүтән төбәктәрҙән дә ошондай документ төҙөүҙе талап итергә кәрәк.
— Ситтәге ҡоролтайҙарҙың эшен нисек баһалайһығыҙ?
— Кемдер шәберәк, кемдер хөртөрәк тип айырып булмай. Бөтәһе лә бер сама эшләй. Шундай күренешкә иғтибар иткәнем бар: Башҡортостанға яҡыныраҡтарҙа эш ваҡытында башланды, әле һәүетемсә генә дауам итә. Уларҙы һүлпәнлектә ғәйепләмәйем, был — ғәҙәти эшмәкәрлек. Ә бына БДБ дәүләттәрендә, сит илдәрҙә ҡоролтайҙар әүҙемерәк эшләй. Улар рухлыраҡ кеүек, аҙ һанлы булһалар ҙа, берҙәмдәр. Был, моғайын, һағыныуҙан киләлер.
Тағы бер мәсьәләгә иғтибар иткәнем бар. Ниндәй генә төбәкте алма, барыһына ла татар артистары йыш килә, сығыш яһай, ә беҙҙекеләр юҡ кимәлендә. Ситтәгеләр башҡорт моңон бик һағына, юҡһына. Әлбиттә, һуңғы арала “Каруанһарай”, “Далан” төркөмдәре, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм башҡалар йөрөй башланы-башлауын, әммә был ғына етмәй. Гастролдәр, бер яҡтан, милләттәштәребеҙгә рухи ярҙам булһа, икенсе яҡтан, артистарыбыҙға аҡса эшләү мөмкинлеге лә бирер ине.
— Әлтәф Әтрәф улы, бөгөн ниндәй эштәр башҡараһығыҙ, ни менән шөғөлләнәһегеҙ?
— Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетынан хаҡлы ялға сыҡҡас, әле Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге төбәк йәмәғәт фондының башҡарма директорымын. Бында шул уҡ кешеләр менән эшләйбеҙ, ҡоролтай ағзаларының яртыһы тиерлек фондтың идараһында. Эшмәкәрлек шул уҡ йүнәлештә дауам итә.
Башҡарылған эштәр байтаҡ. Благовещен, Ишембай, Октябрьский, Салауат ҡалаларында Вәлиди уҡыуҙары үткәреүгә өлгәштек, ул хәҙер йыл һайын буласаҡ. Республиканың мәктәп, лицей, гимназияларына меңәрләгән ҡурай таратабыҙ. “Салауат Юлаев” хоккей клубы спортсыларына ҡамсат бүректәр бүләк итәбеҙ. Хоккейға ғына түгел, спорттың башҡа төрҙәренә лә иғтибар ҙур. Волейболсылар, көрәшселәр менән тығыҙ эшләйбеҙ, уларға ла башҡорт халыҡ атрибутикаһы бирәбеҙ. Барлыҡ сараларҙа эшҡыуарҙар ярҙам итә.
Бөйөк шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең исемен мәңгеләштереү йәһәтенән дә башҡараһы эш күп. Баш ҡалала Башҡортостан Республикаһын төҙөгән кешенең музейы юҡ! Ул әлегә ауыл кимәлендә генә ойошторолған. Әлбиттә, ауылда ла кәрәк музей, тик баш ҡалала булыуы мотлаҡ.
Бөгөн Вәлидиҙең хеҙмәттәренең 99 проценты Төркиәлә, беҙгә бер процентының күсермәһе генә килгән. Беҙ документтарҙың күсермәһен һорап хаттар яҙабыҙ, әммә яуап һәр саҡ бер — ауыл музейы өсөн ебәргеләре килмәй. Әхмәтзәки Вәлиди — донъя кимәлендә танылған ғалим, ә беҙ уны тулыһынса баһалап бөтмәйбеҙ кеүек. Ҙур тырышлыҡ һалып Өфөләге Фрунзе урамына уның исемен биреүгә өлгәштек, хәҙер коммунистар, яңынан үҙгәртмәксе булып, ҡултамға йыйып маташа, пикеттар үткәрә. Рәсәй федерализмына, республикабыҙға нигеҙ һалған кеше бит Вәлиди. Уның менән иҫәпләшергә кәрәк!
— Алға ниндәй маҡсаттар ҡуйғанһығыҙ?
— Хаҡлы ялда булһам да, милли хәрәкәттән айырылған юҡ. Ҡулдан килгәнсә фонд исеменән дә ярҙам итәм. Милли-мәҙәни ойошмалар, йәштәр, өлкәндәр, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмалары — бөтәбеҙ ҙә бергә эшләргә тырышабыҙ. Марат Ҡолшәрипов, Румил Аҙнабаев, Марс Юлдашев, Фәнил Фәйзуллин, Фәнзил Санъяров, Әхтәр Боҫҡонов, Розалия Солтангәрәева, Азия Кусимова, Ләлә Бейешева һәм башҡа бик күптәр күтәрә бөгөн халҡыбыҙҙы. Иң ҡыуаныслыһы — йәштәр ҙә берләшә, өлкәндәр менән бер рәттән эшләй. Һәм шулай булырға тейеш тә. Ғөмүмән, халыҡҡа ярҙам итергә теләүсе һәр кем Ҡоролтай менән бергә булырға тейештер.
Башҡортома шуны әйтке килә: эсмәгеҙ, тартмағыҙ, йоҡлап ятмағыҙ! Үҙ еребеҙгә үҙебеҙ хужа булайыҡ. Беҙ — үгәй бала ла, килмешәк тә түгел, ә аҡыллы, сыҙам, киң күңелле халыҡ.


Вернуться назад