Йәштәр үҙ-ара килешеп эшләмәксе22.03.2013
Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең конференц-залында, билдәле политолог Сергей Ҡара-Мырҙа республикабыҙҙан баш ҡалаға килеп белем алған студенттар менән осрашты. Сара Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы ярҙамында Башҡортостан яҡташтар берлегенең "Дискурс" интеллектуаль-дискуссия проектына ярашлы үткәрелде. Шул рәүешле республиканың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡортостан Гуманитар тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәрҙәре Азат Бирҙин һәм Юлдаш Йосопов менән дә осрашыу ойошторолған. Яҡын арала билдәле публицист Борис Кагарлицкийҙың
килеүе көтөлә.
"Дискурс”тың координаторы Азамат Лоҡманов хәбәр итеүенсә, проектҡа һалынған маҡсат-хыялдар студенттар ассоциацияһының төп йүнәлеше менән тап килә. Атап әйткәндә, проект йәштәребеҙҙең араһында интеллектуаль мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.
— Студент йылдарында һалынған ышаныслы эшлекле мөнәсәбәттәр киләсәктә команданың конструктив эшләүенә булышлыҡ итә. Тап бөгөнгө студенттар 15 – 20 йылдан республиканы үҫтереү йүнәлештәрен билдәләйәсәк. Ә система уртаҡ маҡсаттар ҡуйыу һәм үҙ-ара килешеп эш итеү шарттарында ғына һөҙөмтә бирә. Быны беҙ командала эшләү тип атайбыҙ, — тине Азамат Лоҡманов.