Пермь крайында ойошторолған ҡоролтайҙарҙың, милли үҙәктәрҙең эшмәкәрлегенә, алға барыуына ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Улар рухлы, өлгөр, һәләтле. Чайковский районында йәшәүсе Гөлүсә Коробова менән Юлиә Артемьева нәҡ шундайҙарҙан.
Гөлүсә сығышы менән — Башҡортостандың Тәтешле районынан. Ул ҡалала башҡорт ҡоролтайы барлыҡҡа килгән көндән иң әүҙем ағзаларҙың береһенә әйләнде. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, бөтә сараларҙа ла ҡатнаша, бынан тыш, мәсеттә мәхәллә советы ағзаһы булараҡ, халыҡҡа әхлаҡи тәрбиә биреүҙә, айыҡ тормош алып барыуға өндәүҙә күп көс һала.
Асҡын районы ҡыҙы Юлиә лә бөгөн — ҡоролтайҙың алыштырғыһыҙ ағзаһы. Ул 1998 йылдан Чайковский ҡалаһындағы музыка мәктәбендә эшләй, әле ошо уҡ уҡыу йортонда бүлек мөдире вазифаһын башҡара, "Йондоҙҙар" ансамблен етәкләй. Әйтергә кәрәк, уның коллективы Бөтә Рәсәй кимәлендәге халыҡ-ара конкурстарҙа дипломға лайыҡ булды. Мәҫәлән, Ижевск ҡалаһында "Йондоҙҙар ямғыры", Өфөлә "Гәлсәр һандуғас", Ҡазанда "Йырлы-моңло бала саҡ", Пермдә "Һәләт ҡанаттарында", Яр Саллыла "КамАЗ" дуҫтарын йыя", Санкт-Петербургта "Сикһеҙлек" фестиваль-конкурстарында ҡатнаштылар. Юлиә Фаил ҡыҙы әле уҡыусыһы Лиана Тимеркәеваны Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында үтәсәк "Дуҫлыҡ моңо" конкурсына әҙерләй.